Шоңҡар
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 23:44

Юл япрағы

Ашҡаҙан язваһы, колит, энтероколит менән ауырығанда өс аш ҡалағы кипкән юл япрағын бер стакан ҡайнар һыуға һалып төнәтергә. Алты-һигеҙ сәғәт дауамында ултырған был эсемлекте ашар алдынан сәғәт ярым алдан көнөнә өс тапҡыр эсергә.Ашҡаҙан язваһынан шулай уҡ икенсе рецепт та ярҙам итә ала. Бер аш ҡалағы кипкән юл япрағын бер литр ҡайнар һыуға һалып, ун минут самаһы талғын утта тоторға. Йылы урында (ҡалын әйбергә урарға ла мөмкин) бер тәүлек тотҡандан һуң, көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан ун биш минут алдан бер аш ҡалағы эсергә.Шәкәр диабетынан бер стакан һыуға 15 г юл япрағының орлоғон һалып биш минут ҡайнатырға. Әҙер 15 мл шыйыҡсаны көнөнә өс тапҡыр эсергә. Өс-дүрт аҙна дауаланғандан һуң, 5 – 10 көн организмды ял иттерергә.Тымау менән йонсоғанда 10-ар гр. мелисса, бөтнөк, юл япраҡтарын берәр стаканға һалып төнәтергә. Һуңынан өсөһөн бергә ҡушып яҡшылап болғатҡандан һуң, көнөнә өс тапҡыр бишәр тамсы танауға тамыҙырға. Дауалау курсы – 10 – 12 тапҡыр.Бронхиттан ярты литр ҡайнар һыуға дүрт ҡалаҡ туралған юл япрағын дүрт сәғәткә һалып төнәтергә. Көнөнә дүрт тапҡыр ярты стакан эсергә кәңәш ителә.Асыҡ йәрәхәткә көнөнә дүрт тапҡыр юл япрағының һутын һөрткәндә тиҙерәк төҙәлә.Тағы ла, яҡшылап йыуылған юл япрағын ваҡ ҡына итеп турап, йәрәхәт өҫтөнә һалырға ла була. Өҫтөн бәйләп ҡуйырға. Файҙаһы тиҙерәк тейһен тиһәң, ошо процедураны көнөнә өс тапҡыр ҡабатларға мөмкин.Тиреләге йәрәхәт шулай уҡ аҙып киткәндә, меңьяпраҡ менән юл япрағы ярҙамға килә. Икеһен йылымыс һыуҙа яҡшылап йыуып, ваҡ ҡына итеп турарға. Һуңынан бергә ҡушылған әҙер массаны ауыртҡан урынға марляға һалып баҫырға.Юл япрағының һабағын, тамырын сәйнәһәң, төнәтмәһе менән ауыҙ сайҡағаһаң, теш һыҙлауы баҫыла.

Ашҡаҙан язваһы, колит, энтероколит менән ауырығанда өс аш ҡалағы кипкән юл япрағын бер стакан ҡайнар һыуға һалып төнәтергә. Алты-һигеҙ сәғәт дауамында ултырған был эсемлекте ашар алдынан сәғәт ярым алдан көнөнә өс тапҡыр эсергә.
Ашҡаҙан язваһынан шулай уҡ икенсе рецепт та ярҙам итә ала. Бер аш ҡалағы кипкән юл япрағын бер литр ҡайнар һыуға һалып, ун минут самаһы талғын утта тоторға. Йылы урында (ҡалын әйбергә урарға ла мөмкин) бер тәүлек тотҡандан һуң, көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан ун биш минут алдан бер аш ҡалағы эсергә.
Шәкәр диабетынан бер стакан һыуға 15 г юл япрағының орлоғон һалып биш минут ҡайнатырға. Әҙер 15 мл шыйыҡсаны көнөнә өс тапҡыр эсергә. Өс-дүрт аҙна дауаланғандан һуң, 5 – 10 көн организмды ял иттерергә.
Тымау менән йонсоғанда 10-ар гр. мелисса, бөтнөк, юл япраҡтарын берәр стаканға һалып төнәтергә. Һуңынан өсөһөн бергә ҡушып яҡшылап болғатҡандан һуң, көнөнә өс тапҡыр бишәр тамсы танауға тамыҙырға. Дауалау курсы – 10 – 12 тапҡыр.
Бронхиттан ярты литр ҡайнар һыуға дүрт ҡалаҡ туралған юл япрағын дүрт сәғәткә һалып төнәтергә. Көнөнә дүрт тапҡыр ярты стакан эсергә кәңәш ителә.
Асыҡ йәрәхәткә көнөнә дүрт тапҡыр юл япрағының һутын һөрткәндә тиҙерәк төҙәлә.
Тағы ла, яҡшылап йыуылған юл япрағын ваҡ ҡына итеп турап, йәрәхәт өҫтөнә һалырға ла була. Өҫтөн бәйләп ҡуйырға. Файҙаһы тиҙерәк тейһен тиһәң, ошо процедураны көнөнә өс тапҡыр ҡабатларға мөмкин.
Тиреләге йәрәхәт шулай уҡ аҙып киткәндә, меңьяпраҡ менән юл япрағы ярҙамға килә. Икеһен йылымыс һыуҙа яҡшылап йыуып, ваҡ ҡына итеп турарға. Һуңынан бергә ҡушылған әҙер массаны ауыртҡан урынға марляға һалып баҫырға.
Юл япрағының һабағын, тамырын сәйнәһәң, төнәтмәһе менән ауыҙ сайҡағаһаң, теш һыҙлауы баҫыла.
Читайте нас в