Октябрьскийҙа 11 йәшлек улын әсәһе бысаҡ менән сәнсеп үлтереүе, һуңынан үҙен юҡ итеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ул көндө урамда йөрөгән малайҙар Диманың ҡысҡырғанын, ярҙамға саҡырғанын ишеткән һәм ҡанлы ҡулдары менән тәҙрәне асырға маташҡанын күргән. Хатта уның “үлтермә!” тигән тауышын да ишеткәндәр. Әммә малайҙар быға әллә ни иғтибар бирмәгән, полиция саҡырырға теләгәндәр ҙә туҡталып ҡалғандар. Был мәлдә атай кеше Себерҙә вахтала булған. Бер нисә көн буйы ҡатыны ла, улы ла телефонды алмағас, әсәһенә шылтыратҡан...