Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2020, 11:57

Атай-әсәйем булып та өләсәйҙә үҫтем

Тәүҙә инженер булған.

“Әйтегеҙсе, ромашкалар”, “Моңдар ҡайтһын ауылға”, “Әйтмә һин ауыр һүҙ” кеүек йырҙарҙы бөгөн белмәгән кеше бармы икән?! Билдәле шағир Рәмил Сурағол һүҙҙәренә яҙылған йырҙар тәү башҡарыуҙан уҡ халыҡ күңелендә урын алып, байтаҡ йылдар инде сәхнәләрҙән, радио, телевидениенан яңғырай. Ҡотлауҙар тапшырыуҙарында яҡындарына бүләк юллаусыларҙың да тап Рәмил Сурағолдоң ижадына өҫтөнлөк биреүе сер түгел.

— Атай-әсәйем иҫән булып та, өләсәй янында үҫтем. Улар төрлө ергә күсенеп йөрөнө, аҙаҡ айырылышып ҡуйҙы... Шағир булыр өсөн ауырлыҡтар күреү мотлаҡ түгел. Донъяның ғәҙелһеҙлегенә, мохтаждар, етемдәр, яңғыҙҙар яҙмышына битараф булмау фарыз, - ти шағир.
— Йыр сәнғәтенә килеп инеүегеҙ нисек булды?
—Уҙған быуаттың 80-се йылдар аҙағында Өфөнөң Ленин районы торлаҡ хужалығы тресында инженер булдым, ситтән тороп БДУ-ның филология факультетында уҡыным. Треста композитор Ризуан Хәкимов — мастер, мин инженер булып эшләнек. Шул йылдарҙа “Төштәремә керә Кандагар” һәм башҡа йырҙар яҙылды.
— “Моңдар ҡайтһын ауылға!”, “Әйтмә һин ауыр һүҙ”, “Күрше хаҡы — Тәңре хаҡы”, “Ер аҫтында юлдар юҡ” халҡыбыҙ йырҙарының алтын фондына инде.
— Ысынлап та, бәхетле яҙмышлы йырҙар булды улар. “Башҡорт йыры”, “Татар йыры” фестивалдәрендә ҡатнашҡан йырсылар конкурстың иң ҙур бүләктәрен яуланы...
— Салауат Фәтхетдинов “Аллаға шөкөр” (Р. Хәкимов көйө), Фәдис Ғәниев “Әйтмә һин ауыр һүҙ”, Айҙар Ғәлимов “Моңдар ҡайтһын ауылға” йырҙары менән оло эстрадала танылыу тапты, тиһәк, дөрөҫ булыр.
Читайте нас: