Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2020, 15:25

Беҙҙең юлдар киҫешә...

Рәсәй спорты тарихында исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшева шәхси тормошона ҡалышылы ваҡиғалар менән һирәк бүлешә. Билдәле юморист Павел Воля менән ике бала үҫтергә әсә, хатта сабыйҙарының фотоларын да сәхифәләренә ҡуймай тиерлек. Бар тормошон шаран-яра асып, тәүлегенә нимә эшләүен, ашауын, ҡайҙа йөрөүен күрһәткән бер нисә фотоһын һалмаһа тыныс йоҡлай алмаған әҙәмдәр, әлбиттә, хәҙер телеэкран “йондоҙ”она әйләнгән башҡорт ҡыҙының был ҡылығын аңлай алмайҙар. Тигеҙ урында ғәйеп табып, кеше тормошонда соҡсонорға яратыусыларға иһә билдәле спортсы тыныс ҡарай икән. “Ғәйбәт тағып маташыусыларға электән, нимә тиһәләр ҙә, иғтибар итмәйем. Ундай кешеләр менән минең юлдар киҫешә”, - ти ул.

Читайте нас: