Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2020, 00:35

Бер көндә онкология сирҙәренән 27 мең кеше үлә

Өфөлә республика клиник онкология диспансерының яңы корпусы асылды. Дөйөм майҙаны 25 мең квадрат метр тәшкил иткән туғыҙ ҡатлы бинаның хирургия бүлексәһе бер юлы 240 пациентты һәм диагностика бүлексәһе тәүлегенә 450 кешене ҡабул итә ала.Рәсәйҙең баш онкологы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Андрей Каприн яңы корпусты юғары баһаланы.-Таҙалығы, технологик яҡтан урынлашыуы медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты талаптарына яуап бирә. Ошонан консультациялар үткәрергә, табиптарға ярҙам итеү, ярҙамдың сифатын контролләү, теле- консультациялар үткәреү, онкология пациенттарының иҫәбен алып барыу мөмкинлеге тыуҙырылған,- тип ул үҙенең ҡәнәғәтлеген белдерҙе.Онкология проблемаһы планеталағы бөтә кешеләрҙе борсой. ”Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, донъяла бер көндә онкология сирҙәренән 27 мең ауырыу вафат була, - тип белдерҙе баш онколог. - Күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы, донъяла 18,1 миллион кеше ошо сир менән ауырый. Йыл һайын 9,5 миллион ауырыу һәләк була. Кешеләрҙең сәләмәтлеге һәм тормош сифаты өсөн ысын мәғәнәһендә көрәш бара. Был көрәштә онкология хеҙмәте өсөн һәр төрлө матди ярҙам мөһим.”Андрей Каприндың әйтеүенсә, онкология хеҙмәте пандемия осоронда һынауҙы үтә алды.Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Гриднев ҡатнашты. Яңы корпус тәүге пациенттарҙы дүшәмбенән ҡабул итә башлаясаҡ. Бында 250 юғары квалификациялы табип, шул иҫәптән, төрлө белгеслеккә эйә 68 табип эшләйәсәк.

Өфөлә республика клиник онкология диспансерының яңы корпусы асылды. Дөйөм майҙаны 25 мең квадрат метр тәшкил иткән туғыҙ ҡатлы бинаның хирургия бүлексәһе бер юлы 240 пациентты һәм диагностика бүлексәһе тәүлегенә 450 кешене ҡабул итә ала.
Рәсәйҙең баш онкологы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Андрей Каприн яңы корпусты юғары баһаланы.
-Таҙалығы, технологик яҡтан урынлашыуы медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты талаптарына яуап бирә. Ошонан консультациялар үткәрергә, табиптарға ярҙам итеү, ярҙамдың сифатын контролләү, теле- консультациялар үткәреү, онкология пациенттарының иҫәбен алып барыу мөмкинлеге тыуҙырылған,- тип ул үҙенең ҡәнәғәтлеген белдерҙе.
Онкология проблемаһы планеталағы бөтә кешеләрҙе борсой. ”Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, донъяла бер көндә онкология сирҙәренән 27 мең ауырыу вафат була, - тип белдерҙе баш онколог. - Күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы, донъяла 18,1 миллион кеше ошо сир менән ауырый. Йыл һайын 9,5 миллион ауырыу һәләк була. Кешеләрҙең сәләмәтлеге һәм тормош сифаты өсөн ысын мәғәнәһендә көрәш бара. Был көрәштә онкология хеҙмәте өсөн һәр төрлө матди ярҙам мөһим.”
Андрей Каприндың әйтеүенсә, онкология хеҙмәте пандемия осоронда һынауҙы үтә алды.
Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Гриднев ҡатнашты. Яңы корпус тәүге пациенттарҙы дүшәмбенән ҡабул итә башлаясаҡ. Бында 250 юғары квалификациялы табип, шул иҫәптән, төрлө белгеслеккә эйә 68 табип эшләйәсәк.
Читайте нас: