Эс борғанда бер аш ҡалағы имән ҡайырыһын бер стакан ҡайнар һыуға һалып ун минут самаһы талғын утта тоторға. Һыуытып, өҫтөн һөҙөп алғандан һуң, ауыртыу баҫылғансы һәр 15 – 20 минут бер аш ҡалағы эсергә.
Ангинан бер бал ҡалағы имән ҡайырын бер стакан һыуға һалып ҡайнатырға. Әҙер булғас та 20 минут самаһы утта тоторға. Ике сәғәт төнәткәндән һуң, өҫтөн һөҙөп алып, көнөнә ике-өс тапҡыр тамаҡты сайҡатырға.
Аяҡ тирләгәндә самалап алынған имән ҡайырыһын ныҡ итеп ваҡларға һәм таҙа, эстән үтекләнгән нәскигә һалып кейергә. Тейешле һөҙөмтә булғансы көн дә ҡабатларға.
Ҡултыҡ аҫты тирләгәндә иһә бер аш ҡалағы имән ҡайырыһын бер стакан ҡайнар һыуға һалып төнәтергә. Һыуынғас, бер лимондың һутын һалып яҡшылап болғатырға. Тирләү бөткәнсе көнөнә биш тапҡыр һөртөргә.
Геморройҙан мазь ярҙамға килер. 40 г порошок итеп ваҡланған имән ҡайырыһын 200 мл һыуҙа талғын утта ҡушымта ҡуйырғансы ҡайнатырға. Һыуына башлағас, 50 г аҡ май ҡушып ауыртҡан урынға һөртөргә.
Был диагноздан икенсе төрлө рецепт та бар. Бер литр һыуға ваҡ ҡына итеп туралған имән ҡайырыһын һалып ун минут ҡайнатырға. Төнәтмә һыуынғас, һөҙөп алырға. Йөҙ түбән ятҡан килеш клизма эшләнә. Кәмендә ун минут шул килеш ятырға кәрәк.
Диатездан бер литр ҡайнар һыуға 100 г имән ҡайырыһын һалып, егерме минут талғын утта тоторға. Йылымыс килеш һөҙөп алып, баланы шул һыуға ултыртырға. Дауалау курсы – ете көн.
Алһыу, таҙа, шыма йөҙлө булырға теләүселәр өсөн бер литр һыуға дүрт ҡалаҡ имән ҡайырыһын һалып, биш минут самаһы ҡайнатырға кәңәш ителә. Һөҙөп алғандан һуң, лимон һуты, бер ҡалаҡ спирт ҡушып ҡара һауытта һыуытҡыста һаҡларға. Көнөнә ике тапҡыр битте ошо шыйыҡса менән таҙартырға. Биш минут самаһы тотҡандан һуң йылымыс һыу менән йыуып алырға.
Сәстәрҙең матурлығы өсөн дә имән ҡайырыһының файҙаһы ҙур. Йыуғандан һуң, унан эшләнгән төнәтмә менән сайҡатҡанда тиҙ генә майланмаҫ, ҡауаҡтар ҙа бөтөр.
Ауыҙ ҡыуышлығы боҙолғанда, теш һыҙлағанда ике ҡалаҡ имән ҡайырыһы һәм бер ҡалаҡ йүкә сәскәһен ҡушып, бер ҡалаҡ әҙер ҡатнашманы бер стакан һыуға һалып ҡайнатырға. Ошо төнәтмә менән ике сәғәт һайын ауыҙҙы сайҡатырға.
Самаһыҙ ҡулланғанда күңел уйнау, ҡоҫоу, эс китеп ауырыу осраҡтары күҙәтелә, шулай уҡ ашҡаҙан-эсәк юлдары зарарланыуы ла бар. Оҙаҡ ваҡыт туҡтауһыҙ ауыҙ сайҡағанда тештәр һарғайырға мөмкин. Ике йәшкә тиклемге балаларға, геморрой, эс ҡатыуы менән йонсоғандарға имән ҡайырыһын эсеү бөтөнләй тыйыла.