“Быға тиклем социаль селтәрҙәрҙә бер ваҡытта ла тәғәйенләүҙәр хаҡында яҙманым. Бөгөн иҫкәрмә яһайым. Быны ни өсөн эшләүемде аңлатам. Бөгөндән башлап Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын Азат Бадранов башҡарасаҡ”, – тип белдерә республика Башлығы Радий Хәбиров. – Ул милләт-ара һәм конфессиональ-ара мөнәсәбәттәр һәм телдәрҙе, мәҙәниәттәрҙе, традицияларҙы һаҡлау мәсьәләләрен алып барасаҡ. Бындай ҙур, этник яҡтан бай, берҙәмлеге менән көслө булған республиканы һаҡлау өсөн өҫтәмә тырышлыҡ һалыу кәрәк. Азат тыуған илен ярата, йәш булһа ла, халыҡ менән эшләү йәһәтенән тәжрибә туплаған һәм республикала ҙур абруй ҡаҙанған кеше. Мин уға ныҡ ышанам һәм ул был миссияны лайыҡлы башҡара аласаҡ.