Шоңҡар
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 08:05

Башҡортостан уҡыу йорттарында - заманса оҫтаханалар

Башҡортостанда колледж һәм юғары уҡыу йорттары базаһында 24 заманса оҫтахана асыласаҡ.

Башҡортсотандың алты белем биреү учреждениеһы 2021 йылға бүленәсәк грантҡа конкурстан үтеп, “Йәш профессионалдар” федераль проекты еңеүселәре тип табылды. Был, һис шикһеҙ, “Белем биреү” милли проекты һөҙөмтәһе булып тора.
4 колледжда һәм 2 юғары уҡыу йортонда 24 оҫтахана булдырыу өсөн 206 млн Һум аҡса бүленгән. Еңеүселәр араһында Бәләбәй механизация һәм электрификация колледжы, Дыуан күп профилле колледжы, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледж, Өфө радиоэлектроника, телекоммуникация һәм хәүефһеҙлек колледжы, Өфө авиация техник универсиетыты һәм Башҡорт дәүләт универсиеты бар.
#Национальныепроекты
#Миллипроекттар
#Образование
Читайте нас в