Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 14:45

Һыра – ул ағыу

Тап ул организмды емерә һәм кешенең шәхес булараҡ матур сифаттарын юҡҡа сығара.

Белгестәр һыраның ғәжәп ҡурҡыныс булыуы хаҡында күптән саң ҡаға. Үкенескә ҡаршы, оҙаҡ йылдар әйләнгән һайын рекламалау һөҙөмтәһендә, халыҡ уның зарарлы икәнлеген тоймай ҙа шикелле. Телевизорҙан маҡтайҙар, тәҡдим итәләр, тимәк, һәйбәт – шундай уй нығына мейебеҙҙә. Барлыҡ иҫерткес эсемлектәрҙә, шул иҫәптән һырала ла, шул уҡ этил спирты тигән ағыулы матдә йәшеренеүен уйлап ҡарамайбыҙ. Тап ул организмды емерә һәм кешенең шәхес булараҡ матур сифаттарын юҡҡа сығара.
Һуңғы йылдарҙа һыраның ҡайһы бер сорттарында алкоголь шараптағы кеүек 14 градусҡа етте. Ә Советтар Союзында ул 1,5 – 6 градустан артмай ине, йышыраҡ 3,5 процент самаһы булды. Әгәр көнөнә 6,5 процентлы ике литр һыра һемерһәк, тимәк, организмға 130 мл спирт эләгә. Был иһә ярты шешә араҡы тигән һүҙ.
Читайте нас: