2021 йылдың аҙағында Бөрөлә яңы поликлиника ишектәрен асасаҡ. Был ҡыуаныслы көндө төбәк халҡы оҙаҡ көттө, сөнки бығаса улар 1913 йылда һәм 1970 йылдарҙа төҙөлгән биналарҙа йөрөнө. Дөйөм майҙаны 2 мең квадрат метр тәшкил иткән бина 5 миллион һумға төшәсәк. Әйткәндәй, был бүләк Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.