Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 01:25

Эй Хоҙайым, түҙемлек бир!

28 йәшлек ирҙең бер нисә ай элек йөрәк өйәнәгенән ҡатыны үлеп ҡалған.

Әбйәлил районында бер ғаиләнең бәшмәк ашап ағыуланыуы, һөҙөмтәлә алты йәшлек ҡыҙҙың һәләк булыуы, уның атаһы, ике йәшлек ҡустыһының дауаханаға эләгеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде.
Дауыт ауылында йәшәгән ғаилә башлығына Хоҙайым түҙемлек бирһен. 28 йәшлек ирҙең бер нисә ай элек йөрәк өйәнәгенән ҡатыны үлеп ҡалған. Бына хәҙер ҡыҙын да юғалтты. Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Башҡаса был йортто ҡайғы еле шаҡымаһын ине.
Фото: КП-Уфа.
Читайте нас: