Шоңҡар
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 22:20

Гөрләне йәштәр йыйыны

Форумдың икенсе көнө лә ваҡиғаларға бай булды.

Былтыр йәмле Күгәрсен районында урынлашҡан Мораҙым тарлауығы тәбиғәт паркында “Мораҙым FEST” тип аталған сағыу фестиваль үткәйне. Быйыл “Йәштәр сәйәсәте лигаһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән берлектә тағы ла ҙурыраҡ сара ойошторҙо. “Башҡортостан йәштәре йыйыны” төбәк-ара белем биреү һәм мәҙәни форумы Башҡортостандан ғына түгел, ә Волга буйы федераль округындағы 18-ҙән 30 йәшкә тиклемге әүҙем йәштәрҙе берләштерҙе. Форум 11 августан 13 авгусҡа тиклем үтте, унда мәҙәниәт, мәғариф эшмәкәрҙәре, студенттар, йәш белгестәр ҡатнашты.
Ҡатнашыусылар төрлө ине: республиканың тиҫтәләгән райондары һәм илдең 11 төбәгенән, улар араһында Ырымбур, Һамар, Һарытау, Свердловск, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы, Татарстан, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары бар. Тағы шуныһын билдәләргә кәрәк: коронавирус пандемияһы арҡаһында командала ҡатнашыусы кешеләр һанын сикләнеләр.
Мораҡ үҙәк дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре күсмә ФАП-та килгән кешеләрҙең тән температураһын үлсәне һәм COVID-19-ға тикшереү үткәрҙе. Егет-ҡыҙҙарға шулай уҡ антисептиктар һәм шәхси яҡланыу саралары тапшырҙылар.
Йыйында ике тиҫтә самаһы эксперт эшләне, бер нисә профилле платформа ойошторолдо, күңел асыу һәм халыҡ уйындары, халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе булды.
Беренсе көндө дебаттар буйынса республика турниры үткәрҙеләр. Унда һәр теләгән кеше көнүҙәк йәмәғәт мәсьәләләре буйынса үҙ фекерен белдерә алды. Шулай уҡ “Алдар батыр” конкурсында көнүҙәк проекттарын тәҡдим иттеләр һәм тематик оҫталыҡ дәрестәре ҡаранылар.
Форумдың икенсе көнө лә ваҡиғаларға бай булды. Социаль проектлау, сәйәсәт, уңышлылыҡ темаларына һөйләшергә теләгәндәр өсөн белем биреү-инновация платформаһы эшләне. “Яугир” хәрби-патриотик уйыны физик яҡтан әүҙем йәштәрҙе тупланы. Туристик яланда традицион һабантуй үткәрелде. “Ыңғай ҡараш” платформаһы һаулыҡ, хәүефһеҙлек, миллит-ара мөнәсәбәттәр темаһына интерактив уйындар үткәрҙе. “Йыйынка в Tik-Tok” еducation-оҫтаханаһы социаль селтәрҙәргә арналды.
“Башҡортостан йәштәре йыйыны”нда Хөкүмәт вице-премьерҙары Ирек Сәғитов менән Азат Бадранов, билдәле спортсылар Семен Елистратов, Эльбрус Ниғмәтуллин, Рәсәй Геройҙары Рөстәм Клупов менән Владимир Алимов, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ҡатнашты. Улар күргәҙмәләрҙе, майҙансыҡтарҙы ҡарап сыҡты, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм йыйында ҡатнашҡан йәштәр менән аралашты. Аҙаҡ сәхнәлә Ирек Сәғитов иң әүҙем йәштәрҙе Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Ижади конкурстар еңеүселәре ҡатнашлығында гала-концерт булды. Шулай уҡ башҡорт һәм рус эстрадаһы йондоҙҙары концерт ҡуйҙы һәм бейеү флешмобы үткәрҙе.
Читайте нас: