Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 14:15

Иң ҡурҡыныс наркотик

Ошондай рәхәт тойғоно даими кисерге килә, һөҙөмтәлә, ул ғәҙәткә әүерелә.

Бөгөн тикшеренеүселәр һыраны һатыуға рөхсәт ителгән үтә ҡурҡыныс наркотик тип билдәләй. Наркологтар һыра алкоголизмы кешелә яуыз уйҙар барлыҡҡа килтереүен, бындай байрамдар йыш ҡына низағ, һуғыш, үлтереш, уғрылыҡ менән тамамланыуын иҫкәртә.
Һыра яратыусылар уның иҫерткес тәьҫиренә генә түгел, нервыларҙы “тынысландырыусы” ялған үҙенсәлегенә лә тиҙ бирешә. Ошондай рәхәт тойғоно даими кисерге килә, һөҙөмтәлә, ул ғәҙәткә әүерелә.
Үкенескә ҡаршы, йәмғиәттә һыра һемереү алкоголь тип ҡабул ителмәй, шуға ла уның менән йыш мауығыу тирә-яҡтағыларҙа хәүеф тыуҙырмай. Ә бит һыра алкоголизмы араҡыға ҡарағанда 3–4 тапҡырға тиҙерәк барлыҡҡа килә. Был алама ғәҙәтте ныҡлы иҫерткес эсемлектәргә ҡарағанда ла еңеүе ауыр.
Читайте нас: