Яңы уҡыу йылына әҙерлек эштәре республиканың һәр белем усағында гөрләп тора. Шул иҫәптән милли проекттар сиктәрендә бүленгән сығымдар ҙа ҙур ярҙам булып һанала. Был йәһәттән Ҡалтасы районының бер нисә мәктәбенә лә бәхет йылмайған. Унда “Мәғариф” милли проектына ярашлы спорт залдары төҙөкләндерелгән.