Табип Александр Мясников һаулыҡты яйлы ғына тикшереү алымын аңлатты. Исемлеккә ҡан баҫымы, холестерин һәм шәкәр күрһәткестәре, бил йыуанлығы ингән. Табип һуңғыһына айырыуса ҙур иғтибар биргән. Уның һүҙҙәренсә, ир-аттың биле – 102, ҡатын-ҡыҙҙыҡы 88 сантиметрҙан йыуан булмаҫҡа тейеш. Ҙур ҡорһаҡлыларға айырыуса ҡурҡыныс янай, ти табип. Ҡорһаҡтағы май, инфаркт, инсульт, рак, диабет, ҡурҡынысын арттыра.