Һыра кешенең барлыҡ ағзаларының һәм системаһының эшмәкәрлеген боҙа. Ул сәләмәтлекте генә түгел, йөҙ күренешен, психиканы ла зарарлай. Бәүел ҡыуыуға көслө эсемлек организмдан аҡһым, майҙар, углевод һәм мөһим микроэлементтар, айырыуса калий, магний һәм С витаминын да йыуып төшөрә. Калий етешмәгәндә, йөрәк ритмы өҙөлә, тире ҡорой, балтыр ауырта, аяҡ хәлһеҙләнә. Магнийға мохтажлыҡ кәйефте үҙгәртә, кеше ярһыусанға, уҫалға әүерелә, насар йоҡлай. С витаминына өҙөклөк иммунитетты ҡаҡшата... Ҡыҫҡаһы, һыра менән мауығыу йәнә бихисап ауырыуҙарға юл асыуы ихтимал.
Ашҡаҙан. Көн һайын һыра һемереү лайлалы шыйыҡсаны емереүгә алып килә. Быға ашҡаҙан аҫты һуты проблемаһы ла өҫтәләсәк. Һөҙөмтәлә, аҙыҡ эшкәртеү эшмәкәрлеген тотҡарлап, гастрит хасил буласаҡ.
Бауыр. Һыра бауырға шаҡтай көс төшөрә. Көн һайын һыра шешәһен күтәрәһегеҙ икән, тора-бара һеҙҙең бауыр үҙенең бурысын атҡара алмаясаҡ. Организмға килгән бөтә ағыу унда йыйыла. Бының эҙемтәһе үтә хәүефле: хроник гепатит дауалап булмаҫлыҡ бауыр сереүенә булышлыҡ итәсәк.
Йөрәк. Һыра ҡанға тиҙ тарала, шуның өсөн ҡан тамырҙары шунда уҡ киңәйә. Был йөрәк эшмәкәрлеген боҙа, хатта үлемгә алып килеүе бар. Йәш килеш инфаркт булыуы ихтимал.