Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Август 2020, 00:30

Башҡортостан биш аҫыл улын юғалтты

Һәләкәттән һуң бер йыл үткәс кенә мичман тыуған яғында ерләнә.

Егерме йыл инде 12 август календарҙың ҡара көнө һанала. Рәсәй халҡы «Курск» атом һыу аҫты крейсеры экипажын иҫкә ала. Бөтә илде тетрәткән фажиғәлә 118 кешенең ғүмере өҙөлдө, һәләк булыусылар араһында яҡташтарыбыҙ ҙабула.
иң көслө командаһы - ике рәткә теҙелеп баҫҡан диңгеҙселәр ҡоро ер менән хушлаша. Хәрби күнекмәләр ваҡытында улар «Курск» крейсерында дошманға ҡаршы «шартлы» ҡаршылыҡ күрһәтергә тейеш була, әммә үҙҙәре Баренцев диңгеҙендә 108 метр тәрәнлектә ҡамауҙа ҡала. Бер-бер артлы шартлауҙар яңғырай.
Баренцев диңгеҙендә теркәлгән фажиғә бар ил халҡын тетрәтте. Субмарина ҡорбандары араһында Баймаҡ районынан 25 йәшлек Фәнис Ишморатов та була. Һәләкәттән һуң бер йыл үткәс кенә мичман тыуған яғында ерләнә. Ауылдаштары хәтерендә ул изге күңелле, ярҙамсыл егет булып ҡала.
Башҡортостан «Курск» фажиғәһендә биш аҫыл улын юғалта. Тыныс тормошта ил алдындағы бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташтарыбыҙға һәләк булғандан һуң «Батырлыҡ» ордены тапшырыла.
Читайте нас: