Минераль һыуҙы көн дә эсергә ярамай. Табиптар һыуһауҙы баҫыу өсөн минераль һыуҙы эсергә ярамай тип белдерә. Уны һирәк һәм дауаланыу маҡсатында ғына ҡулланырға кәрәк. Оҙаҡ ваҡыт минераль һыу эскәндә, организмды һыу-тоҙ балансы боҙолорға мөмкин.
Дауаланыу өсөн быяла шешәләгеһен алырға тырышығыҙ. Уны ҡоро, ҡаранғы урында ятҡырып, +4... + 14 градуста һаҡлағыҙ. Ҡулланыр алдынан газлы һыуҙың бөкөһөн асып, 15 минут тоторға кәрәк. Белгестәр хроник ауырыу киҫкенләшкәндә, теләһә ниндәй минераль һыуҙы эсеүҙән туҡтап торорға кәңәш итә.