Табиптар билдәләүенсә, ҡомалаҡта фитоэстроген класына ҡараған 8-пренилнарингенин матдәһе бар. Ҡатын-ҡыҙ организмында тәүлегенә 0,3–0,7 мг эстроген эшкәртелә. Ни бары ярты литр һырала ла шундай уҡ күләмдә ошо матдә бар! Был гормон һыраға әүәҫ ир-аттың енси мөмкинлегенә зарар килтереп кенә ҡалмай, унда ҡатын-ҡыҙға хас сифаттар булдыра – тауышы үҙгәрә, янбашта, күкрәктә, эстә май ҡатламы хасил була.
Һыра менән үлемесле доза алған гүзәл заттар тиҙ ярһыусанға әүерелә, үҙҙәренең хис-тойғоларын тота алмай. Гормональ уртаҡлыҡтың боҙолоуы һөҙөмтәһендә ҡатын-ҡыҙҙа мыйыҡ, аяғына, күкрәгенә сәс үҫә башлай. Тағы тауышы тупаҫлана, балаятҡы туҡымаһы һуҙыла, күрем ваҡыты боҙола. Былар барыһы ла түлһеҙлеккә килтереүе ихтимал.
Һыра атай-әсәй булыу бәхетенән дә мәңгелеккә мәхрүм итеүе мөмкин. Еңелсә иҫерткес эсемлектәр менән мауыҡҡан ирҙәрҙән һәм ҡатындарҙан йыш ҡына ауырыу балалар донъяға килә.