Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Август 2020, 23:20

Баланың атаһы ун йәшлек малаймы?

Хатта социаль селтәрҙәрҙә бергә төшкән фотоларын ҡуя.

Бөгөн Красноярск перинаталь үҙәгендә 14 йәшлек уҡыусы бала тапҡан. Әсәһе лә, ҡыҙы ла үҙҙәрен яҡшы тоя. 13 йәшлек ҡыҙҙың ауырға ҡалыуы хаҡында быйыл ғинуар айында мәғлүм була. Тәүҙә ҡыҙыҡай баланың атаһы уның 10 йәшлек дуҫы тип әйтә. Хатта социаль селтәрҙәрҙә бергә төшкән фотоларын ҡуя, рәсми булмаған никахта йәшәүҙәрен яҙа.
Тәртип һаҡсылары был хәл буйынса тикшерә башлағас, ҡыҙ алдашыуын, баланың атаһы икенсе кеше булыуын әйтә.Был 15 йәшлек үҫмер, ул уның менән бер мәктәптә уҡый. Үҫмерҙе йорт аресына алғандар. Егет тәүҙә үҙенең ғәйебен таныһа ла, һуңынан һүҙенән баш тарта.
Читайте нас: