Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Август 2020, 20:55

Ирҙе – дауаханаға, ҡатынды – полиция бүлегенә

Быға тиклем хөкөм ителгән ҡатын аптырап тормай – бысаҡҡа йәбешә һәм ирҙең ҡорһағына сәсә.

Баҡалы районының Нарат-Йылға ауылындағы фажиғәгә сусҡа бәрәсе генә ғәйепле. Ул көндө 40 йәшлек ханым һөйәре менән байрам ойоштора. Шул саҡ улар араһында бәхәс сыға. Ҡатын ирҙән сусҡа бәрәсе һатҡандан һуң бурысын биреүенә һорай. Әммә ир бүлешергә теләмәүен белдерә.Быға тиклем хөкөм ителгән ҡатын аптырап тормай – бысаҡҡа йәбешә һәм ирҙең ҡорһағына сәсә. Шулай ҙа ҡатын артығын ҡыланғанын аңлап үҙе үк полицияға хәбәр итә. Һөҙөмтәлә ирҙе – дауаханаға, ә ҡатынды поилиция бүлегенә оҙатыла.
Эске бер ваҡытта ла яҡшыға алып бармай шул.
Читайте нас: