Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Август 2020, 21:25

Радий Хәбиров Ҡуштауҙы яҡлаусылар менән осрашты

Унда нимәләр вәғәҙә ителде?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн, 16 августа, Ҡуштауҙы яҡлаусылар менән осрашты. Төбәк етәксеһенә тәбиғәтте һаҡлау активис

тары менән һөйләшеү мөмкинлеге тыуҙы. “Башҡортостан сода компанияһы” һәм һеҙ ҙә тауҙан китәһегеҙ. Мин һеҙгә бер ниндәй ҙә килешеү хәл ителмәйенсә тороп Ҡуштауға бер кем дә инмәйәсәк тип һүҙ бирәм”, - тине ул.

Бынан тыш, төбәк башлығы Стәрлетамаҡ шихандары буйынса Йәмәғәтселек советы төҙөү тәҡдимен хупланы һәм экологик активистар лидерҙарын иртәгә үк тәүге ултырыш советына саҡырҙы. Хәбиров шулай уҡ тау һаҡсыларының “Сода” үҙенән һуң бөтә төҙөлөш һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйырға тейергә тейеш” тигән талабы менән ризалашты.
Читайте нас: