Һыра үҫмерҙәргә өлкәндәргә ҡарағанда ла нығыраҡ зарар килтерә. Нығынып бөтмәгән йәш организм күбекле эсемлектең бөтә ағыуын губка кеүек үҙенә һеңдерә. Һыра һемерергә әүәҫ егеттәр һәм ҡыҙҙар йәшләй ололарға хас ауырыуҙарға дусар булыусан. Мәҫәлән, ашҡаҙан сей яраһы, диабет, рак, миокардит... Шуның менән бергә үҫмерҙең өлгөрөп етмәгән психикаһы ла етди һөжүмгә эләгә. Һыра баҫымы аҫтында мейе емерелә, кешелек сифаттары юҡҡа сыға. Статистика буйынса, йәштәр араһында енәйәттең арта барыуы һыра алкоголизмы менән ныҡлы бәйле. Түлһеҙлек, тәртипһеҙлек, хроник ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүенә йәшләй һыра менән дуҫлашыу ғәйепле.