Шоңҡар
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2020, 21:25

“Әсәй, былай йөрөп арыным!”

Бер мәл улым ҡапыл телгә килде...

Улыма йәш тулып, ныҡлап атлай башлағас та коляска етеп йөрөүҙән баш тарттым. Беренсенән, яйһыҙ, уңайһыҙ. Лифт эшләмәгәндә, ут һүнгәндә етенсе ҡатҡа күтәреп мендереүҙәр, маршруткалағы етеш-төртөштә пассажирҙарҙың ризаһыҙ йөҙҙәре ялҡытҡан ине. Икенсенән, егет кеше бәләкәйҙән сыныҡһын, тип уйланым. Үҙем дә атларға яратам. Бер нисә туҡталыш алыҫлыҡта йәшәгән әхирәтемә лә тәпәйләйбеҙ. Иртә яҙҙан ер туңғансы тиерлек өс саҡрым самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан баҡсабыҙға ла барырға, атаһы эштә саҡта, аяҡтарҙы эшкә ҡушабыҙ. Күреп-белгәндәр араһында аптыраусылар ҙа, улымдың сабырлығына телдәрен шартлатыусылар ҙа, мине йүнһеҙлектә ғәйепләп маташыусылар ҙа булды.
Шулай бер нисә йыл йөрөнөк. Бер мәл түтәлдәрҙе ҡыйҙан таҙартып ҡайтып килһәк, улым ҡапыл телгә килде. “Әсәй, мин былай йөрөп арыным!” – ти күҙҙәрен түңәрәкләндереп. “Бәй, улым, бәләкәс кенә сағыңдан бер ни өндәшмәй атланың да инде. Күптәр һинең түҙемлегеңә һоҡланалар ине. Ни эшләп шул ваҡытта уҡ ризаһыҙлығыңды белдермәнең?” – тинеп аптырап. “Һөйләшә белмәгәс ҡайһылайтып әйтәйем һуң?” – тимәһенме!
Читайте нас в