Ошо көндәрҙә, янбаш һөйәге һынған өлкән йәштәге пациенттарға медицина ярҙамын күрһәтеү пилот проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында, Туймазы дауаханаһына “Ренекс” рентген аппараты алынды.Ҡорамалды хирургия, нейрохирургия, ортопедия, травматология, педиатрия, эндоскопия һәм урология өлкәләрендә файҙаланып буласаҡ. Хирургтар уның ярҙамында аҙ тишемле операциялар яһап, пациентың тиҙерәк һауығыуына булышасаҡ.