Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2020, 22:55

Йәй кире килерме?

Кис аяҙайтҡан, һис аяҙайтмаҫ...

Һағынып көткән ҡойма ямғырҙар ҙа ялҡыта башланы. Ташылып өлгөрөлмәгән бесән ҡарая, бәрәңге, помидор серей... Йәйҙең һуңғы айында тағы ла көндәр йылынып өлгөрөрмө? Эңер төшкәндә генә ҡояш бер ҡарап йылмаяла ла, байып та ҡуя. Халыҡта, кис аяҙайтҡан, һис аяҙайтмаҫ, тигән әйтем дә йәшәй. Синоптиктар ҙа шуны раҫлай. Был аҙна дауамында тотороҡһоҙ һауа торошо була әле. Бары тик 25 августан һуң ғына йылылыҡ 20 – 25 градусҡа күтәрелеүе көтөлә, тип фаразлана.
Читайте нас: