Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 00:55

Балалар баҡсалары ҡасан асыла?

Бөтә белем усаҡтары ла шул һынылышлы осорҙан һуң асылыр тип уйлайҙар ине.

Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығының мәктәпкәсә белем биреү бүлеге начальнигы Алина Ғәлина “Бәйләнештә” селтәрендә республикабыҙҙың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының ҡасан эшләй башлаясағы тураһында яҙған.
Әле COVID-19 буйынса пандемия барыу сәбәпле, балалар баҡсаларының эшмәкәрлеге туҡтатылды, бөгөн унда дежур төркөмдәр генә асылған. Билдәле булыуынса, пандемияның икенсе тулҡыны үтеүгә, уны 1 июлгә тура килә тип фараз иттеләр, бөтә белем усаҡтары ла шул һынылышлы осорҙан һуң асылыр тип уйлайҙар ине.
– 17 авгусҡа ҡарата балалар баҡсаларында дежур төркөмдәр генә эшләй, – ти Алина Ғәлина. – 1 сентябрҙән, бөтә санитар-эпидемиология талаптарын үтәп, балалар баҡсалары ғәҙәти режимда эшләй башлаясаҡ.
Республикабыҙҙа 1 027 балалар баҡсаһы иҫәпләнә.
Фото: Башинформ.
Читайте нас: