Шоңҡар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 01:15

Элекке кеүек кластан класҡа йөрөргә ярамай.

Дәрес оҙонлоғо ла ҡыҫҡара.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 1 сентябрҙе хәүеф менән көтөүе тураһында белдерҙе. Уның фекеренсә, сентябрҙең тәүге өс аҙнаһында әле һаман туҡтамаған коронавирус инфекцияһы эпидемияһы шарттарында ауыр эпидемиологик миҙгел көтөлә.
Мәктәптәр һәм башҡа белем биреү учреждениелары асылыу менән, көҙ етеү сәбәпле грипп һәм киҙеү миҙгеле лә етә һәм ул COVID-19 инфекцияһы арҡаһында тағы ла ҡатмарлыраҡ буласаҡ. Шуға күрә республика етәксеһе муниципалитеттар башлыҡтарына уҡыу йорттарында сир усаҡтары барлыҡҡа килмәһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә ҡушты.
– Беҙ Мәғариф министрлығы менән нимә эшләргә кәрәклеге тураһында һөйләштек. Был - санитар-эпидемиологик талаптарҙы ныҡлы үтәү, етди ойоштороу эше, уҡытыусылар өсөн битлек режимы, даими дезинфекция һәм башҡалар. 496 мәктәптә был ҡағиҙәләрҙе үтәүҙе студенттарҙан торған медицина инспекторҙары тәьмин итәсәк. Был улар өсөн практика кеүек буласаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, ул балалар өсөн түгел, ә уҡытыусылар өсөн нығыраҡ хәүефләнә.
– Беҙ уҡыусылар өсөн артыҡ ҡайғырмайбыҙ – балалар билдәһеҙ сирләй, тик уларҙың инфекцияны йоҡтороусы булыуы ихтимал. Уҡытыусылар сирләп китер тип хафаланам, улар араһында 65 йәштән өлкәндәр ҙә күп бит. Был уларҙың һаулығына етди һынау буласаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Тағы шуны белдерәм, хроник сирҙәре булған балалар дистанцияла уҡырға тейеш. Быйылғы 1 сентябргә беҙ бик етди әҙерләнәбеҙ. Тәүге аҙналарҙы имен үткәрһәк, артабан еңелерәк булыр. Ул саҡта артабан эшләйәсәкбеҙ, – тине ул.
Бынан тыш, вуздарҙы һәм студент ятаҡтарын асыу буйынса ла хәл итәһе мәсьәләләр бик күп.
Оператив кәңәшмәлә уҡыу процесының нисек ойошторолоуы тураһында ла һүҙ булды. Бына яңы ҡағиҙәләр.
Мәктәптәрҙә кабинет системаһы индерелә. Элекке кеүек кластан класҡа йөрөргә ярамай. Физкультура, физика, химия, информатика һәм технологиянан башҡа. Тәнәфестәр “йөҙөп йөрөүсе” буласаҡ. Барлыҡ өлкәндәр өсөн дә битлек мотлаҡ. Белем биреү учреждениеһында бөтә ишектәр ҙә асыҡ буласаҡ. Мотлаҡ рәүештә графикка ярашлы кластарҙы һәм коридорҙы елләтәсәктәр, уларҙы дезинфекция саралары менән эшкәртәсәктәр. Балалар күпләп йыйылған урындарҙа – ашхана, спорт залы, коридорҙарҙа һауа рециркулярҙары торсасаҡ. Һәр бер мәктәптә дәрес башланыр алдынан мотлаҡ рәүештә тән температураһын үлсәйәсәктәр. Мәктәпкә автобус менән йөрөгән балаларҙыҡын автобусҡа ултырыр алдынан үлсәйәсәктәр. Дәрес оҙонлоғо биш минутҡа ҡыҫҡарасаҡ. Бөтәһенә лә социаль дистанцияны үтәү ҙә мөһим талап буласаҡ.
Читайте нас в