Рәсәй Президенты Владимир Путин төрөк коллегаһы Рәжәп Тайп Эрдоган менән телефон аша аралашты. Дәүләт башлыҡтары Сирия һәм Ливиялағы хәлдәр, шулай уҡ илдәр араһындағы мөнәсәбәттәр, сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр тураһында һүҙ йөрөттө. Анкара, Истамбул һәм Төркиәнең курорт райондары менән авиахәбәрләшеү тергеҙелеү уңайынан санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәү мөһимлеге хаҡында ла һүҙ барҙы.