Шоңҡар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Август 2020, 15:55

Гламур булмаған башҡорт ҡыҙының гламур булмаған тормошо. Йәғни бар хикмәт үҙең була белеүҙә

Миләүшә һәр саҡ актриса булырға хыяллана. Һәм мәктәпте тамамлар алдынан уларҙың ауылына Өфө сәнғәт институтының театр бүлегенә абитуриенттар һайлап алырға тип махсус комиссия килә. Миләүшә лә улар алдында сығыш яһай. Уға шундай этюд уйнап күрһәтергә ҡушалар: егетең менән осрашыуға тип килгәнһең икән, ти. Әммә уны башҡа ҡыҙ менән күрәһең. Бындай осраҡта нимә эшләйәсәкһең? Миләүшә ултырған урынынан һикереп тороп, был этюдты уйнап уҡ күрһәтте миңә: “Сәхнәгә килеп сыҡтым да, теге икәүҙе күргәс: “Ах,ҡәбәхәт!” тип ҡысҡырып, туфлийымды сисеп, залға ырғыттым. Ә унда комиссия ағзалары ултыра ине. Ауыҙҙарын асып, аптырап ҡалды тегеләр”, – тине ул. Залда ултырыусылар был саҡта нимә кисергәндер, әммә уға имтихандарға килергә ҡушып ҡайтып китәләр. Бара Миләүшә, тик конкурстан үтмәй. Буй-һыны, төҫ-ҡиәфәте тап килмәй тиепме икән, актерлыҡҡа алмайҙар.

Инстайондоҙ
Гламур булмаған башҡорт ҡыҙының гламур булмаған тормошо
Йәғни бар хикмәт үҙең була белеүҙә
“Мин ябай ғына хужабикә бит…”
Өфө районының Дорогино ауылына юлым төштө әле... Инстаграмда үҙенең ихласлығы, тәбиғилеге менән әсир иткән, көн дә иртән берәй мәҙәк хәл һөйләп, йә кемде лә булһа эләкләп көлдөргән блогер Миләүшәгә китеп барам... Аҙна-ун көн элек үк уның менән танышып, журналға мәҡәлә яҙырға теләгәнемде белдергәс: “Нимә генә һөйләрмен инде, мин ябай ғына хужабикә бит, – тиеберәк икеләнһә лә, – килеп күреп ҡайтығыҙ һуң”, – тип бик ихласлап саҡырғайны. Бына бөгөн Иглин ҡасабаһына юлланыусы маршрут автобусына ултырҙым да, ике ай самаһы элек, кәйефһеҙ мәлемдә, инстадонъяла үҙен башҡорт хужабикәһе тип танытҡан Миләүшәнең сәхифәһенә инеп, күңелде күтәреп сығырға тәҡдим иткән әхирәтемә шылтыратып: “Дорогиноға китеп барам әле... Миләүшәгә...” ‒ тинем. “Белгән булһам, үҙем машина менән алып барыр инем, минең дә уның менән танышҡым киләсе”, ‒ тип бер аҙ үпкәләп тә алды ул. Хәйер, инстаграмда билдәлелек яулаған Миләүшә менән бик күптәр танышырға теләй торғандыр. Шуға ла бөгөн “Гламур булмаған башҡорт ҡыҙының гламур булмаған тормошо” тигән атама аҫтында блог алып барып, тиҙ арала бик күп яҙылыусылар йыйған хәтәр шәп замандашыбыҙ хаҡында яҙырға булдым. Туҡталышта мине Миләүшәнең тормош иптәше Альберт ҡаршы алды. Ул төҙөлөш менән шөғөлләнә икән. Өйҙәре автобус туҡтаған урындан әллә ни алыҫ та түгел. ”Был урамдағы йорттарҙың барыһын да беҙ төҙөнөк тиергә лә мөмкин, әле бына үҙебеҙгә тип яңы өй һалып ятҡан саҡ”, ‒ тип хужа кеше мине ҡапҡаларына тиклем илтеп ҡуйҙы ла, эш урынына ашыҡты. Ишек алдында Миләүшә үҙе ҡаршы алды. “Рәхим итегеҙ, ана, ҡыҙыбыҙ ҙа өйҙә, кәбеҫтә бәлеше бешерҙем, хәҙер тәмләп сәй эсербеҙ”, ‒ тип күркәм йорттарына әйҙүкләне нурлы йөҙлө хужабикә. Ысынлап та, шәп икән дә һуң Миләүшә! Хан һарайы һымаҡ ҙур, әммә шул уҡ ваҡытта ыҡсым ғына өйҙәре ялт итеп тора! Бәлештең тәмле еҫе таралған. Сәсенә килешле генә прическа ла яһаған бөгөн. Хәйер, юлда саҡта уҡ уның инстагрмға ҡуйған мәрәкәһен ҡарап, имиджын бер аҙ үҙгәртеүенә иғтибар иткәйнем инде.
Көн дә: “Бына, яңы саҡ йоҡонан торҙом да кофе эсеп ултырам”, ‒ тип сәләмләһәң дә, һуң торған кешегә оҡшамағанһың әле , тим Миләүшәгә.
‒ Дөрөҫөн генә әйткәндә, улай оҙаҡ йоҡлаған юҡ. Бер ҡалыпҡа һалынғас, традицияны боҙмайым тип, шулай сәләмләйем инде. Былай йоҡосо түгелмен, иртә торам, ‒ тине ихлас йылмайып.
Өсәүләшеп ултырып сәй эсеп алдыҡ. Ун бер йәшлек ҡыҙҙары Азалияның уҡыуҙары тамамланып, кинәнеп ял иткән мәле. Ул әсәһе бешергән тәмле бәлештән ауыҙ итте лә иптәштәре менән уйнарға сығып йүгерҙе. Беҙ иһә ашыҡмай ғына аулаҡлап һөйләшеп ултырҙыҡ.
...Миләүшә Өфөлә тыуһа ла, бала сағы Әбйәлил районында үткән. Уның инстаграмдағы сәхифәһендә олатаһы менән өләсәһе хаҡында бик яратып һөйләүен, бихисап мәҙәктәрен ишеткәнем бар. Башта ана шул бала саҡ хәтирәләрен барланыҡ.
– Бындай ихласлыҡ, асыҡ күңеллелек ҡайҙан һиндә, ‒ тип ҡыҙыҡһынам.
– Булмышым шундай. Һөйөлөп үҫкән бала мин. Бәлки, олатайым менән өләсәйемдән күскәндер был сифат. Мин уларҙың иң ҙур ейәнсәре. Ғаиләбеҙҙә лә өлкән баламын. Шуға ла ике туғандарым араһында командир булдым. Ҡайҙа ла һүҙем үтте. Ҡусты-һеңлеләрем мине авторитет күрҙе. Төрлө шуҡлыҡтарымды аңлап ҡабул итте. Сөнки бала саҡтан шулай булды: мин яндарында икән, кәйефһеҙләнергә урын юҡ. Моңайып, танау төшөрөп ултыра торғандарҙан, кемдер хаҡында алама һөйләгәндәрҙән түгелмен. Кешене нисек бар – шулай ҡабул итергә ғәҙәтләнгәнмен, – тине Миләүшә. Йәнә тормошонда уны һәйбәт кешеләр уратыуын, шуның өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле булыуын әйтте. Әйткәндәй, ысынлап та, олатаһы менән өләсәһе уның тормошҡа булған мөнәсәбәтен формалаштырыуҙа, тирә-йүндәгеләргә мөхәббәт тойғоһо тәрбиләүгә ҙур йоғонто яһағандыр ҙа. Улар, ябай ауыл кешеләре булһа ла, иҫ киткес мәҙәниәтле, юғары зауҡыҡлы, төрлө тарафтарға, шул иҫәптән сит илдәргә сәйәхәт ҡылған, тормошто яратҡан кешеләр икән. Хәйер, атаһы менән әсәһе лә, ҡайныһы-ҡәйнәһе лә Миләүшә өсөн таяныс та, үрнәк тә...
“Актриса булырға хыялландым”
Миләүшәне шарылдаҡ, бошмаҫ холоҡло кеше тип ҡабул итергә лә мөмкин. Әммә әҙәм тормошо төрлө миҙгелдәрҙән тора. Уның да ғазаплы минуттар кисергән, йөрәген йәрәхәтләгән ваҡиғалар үткәрәгән саҡтары
булған. Тик күңелендә һәр ваҡыт яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа ышаныс йәшәгән. Һәм ул барлыҡ тормош ауырлыҡтарын да лайыҡлы үтә алған. Һөйгәне Альбертты осратып, бынамын тигән ғаилә ҡороп, ҡатын-ҡыҙ, әсәлек бәхетен татып, ғәзиз кешеләренең ҡәҙерен белеп, тормоштоң тәмен тойоп йәшәй әле бына.
Миләүшә һәр саҡ актриса булырға хыяллана. Һәм мәктәпте тамамлар алдынан уларҙың ауылына Өфө сәнғәт институтының театр бүлегенә абитуриенттар һайлап алырға тип махсус комиссия килә. Миләүшә лә улар алдында сығыш яһай. Уға шундай этюд уйнап күрһәтергә ҡушалар: егетең менән осрашыуға тип килгәнһең икән, ти. Әммә уны башҡа ҡыҙ менән күрәһең. Бындай осраҡта нимә эшләйәсәкһең? Миләүшә ултырған урынынан һикереп тороп, был этюдты уйнап уҡ күрһәтте миңә: “Сәхнәгә килеп сыҡтым да, теге икәүҙе күргәс: “Ах,ҡәбәхәт!” тип ҡысҡырып, туфлийымды сисеп, залға ырғыттым. Ә унда комиссия ағзалары ултыра ине. Ауыҙҙарын асып, аптырап ҡалды тегеләр”, – тине ул. Залда ултырыусылар был саҡта нимә кисергәндер, әммә уға имтихандарға килергә ҡушып ҡайтып китәләр. Бара Миләүшә, тик конкурстан үтмәй. Буй-һыны, төҫ-ҡиәфәте тап килмәй тиепме икән, актерлыҡҡа алмайҙар. “Аңлайым, уларға билдәле бер типаждар кәрәк ине, әммә минән яҡшы ғына комедия артисы сығыр ине тип уйлайымсы”, – тине ул. Шунан барыбер ошо өлкәлә эшләргә нитәләгән ҡыҙ Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡырға инә. Әммә ике йыл белем алғандан һуң үлеп ғашиҡ булып, томошҡа сыға һәм уҡыу йортон ташлап ҡуя. Һөйгәне менән бик яратышып ғаилә ҡора улар. Һәм һигеҙ йыл бәхетле тормошта йәшәйҙәр. Әммә артабан уларҙың юлдары айырыла. Йәшерен-батырын түгел, айырылышыуҙы ауыр кисерә Миләүшә. Йән һыҙлауының ни икәнлеген шунда ғына төшөндөм ти ул. Әммә ул ҡайғыға тарып, тормоштан төңөлөп йәшәй торғандарҙан түгел. Үҙендә көс табып, алға табан бара. Юридик коллежды тамамлай. Ул ваҡытта әсәләре уға Өфөлә бер бүлмәле фатир ҙа алып бирә. Һәм көндәрҙән-бер көндә буласаҡ тормош иптәше Альберт менән юлдары тап булыша. Был хаҡта Миләүшә инстаграмдағы мәҙәктәрендә һөйләп көлдөргәне бар инде. Ысынлап та, ҡыҙыҡ була уларҙың осрашыуы. Яңы ғына ямғыр яуып үткән. Миләүшә иһә матур итеп кейенеп урамдан үтеп бара. Шул саҡта бер “фура” эргәһенән шыжлап үтеп китеп, уны күләүектәге һыу менән ҡойондора. Ҡыҙҙың асыуы ҡабара. Ул арала водитель машинаһынан төшөп, уның янына ашыға. Ғәфү үтенә һәм майлы сепрәге менән ҡыҙҙың өр яңы күлдәген һөртөргә тотона. Миләүшә уның һайын ярһый, рәхәтләнеп һүгә тегене. Шулай танышып китә йәштәр. Һәм ошо көндән алып айырлмайҙар ҙа тиерлек. Дуҫлашып китәләр ҙә, оҙаҡ та үтмәҫтән, никах уҡытып, бергә йәшәй башлайҙар. Тик ниңәлер яҙылышырға ашыҡмайҙар. Ҡыҙҙары тыуғас та был хаҡта әллә ни уйлап бирмәйҙәр. Үҙҙәре бер-береһе өсөн өҙөлөп тора ла баһа ‒ шул етмәгәнме ни?! Паспорттағы мисәттең ни кәрәге бар тип йәшәй бирәләр. Шулай ҙа ике яҡтан да туғандары көсләп тигәндәй уларҙы загсҡа алып бара.
“Уңмаған юлды ҡыумағыҙ”
Миләүшәнең тормош иптәше – Нуриман районы егете. Иҫ киткес егәрле, намыҫлы ғаиләлә тыуған ул. Өс малай икән үҙҙәре. Атай-әсәйҙәре барыһына ла шул тиклем шәп тәрбиә биргән. Эш һөйөргә, ололарҙы – ололай, кеселәрҙе кеселәй белергә өйрәткән. Ҡәйнәһе менән ҡайныһын маҡтап туя алмай Миләүшә. Ул саҡта Альберттың да тәүге ғаиләһенән айрылып, кәйефе төшөбәрәк йөрөгән сағы була. Миләүшен тап итеп, ул ниһайәт үҙенең яҙмышын осратыуын аңлай. Һәм улар бик татыу итеп ғүмер кисерә башлай. Миләүшә, тынғыһыҙ зат булараҡ, былай ҙа эшкә бөтмөр, йүнсел тормош иптәшен бик күп яңы башланғыстарға дәртәләндерә. Тәүҙә магазин асып ҡарайҙар. Әммә ул эштәре әллә ни алға китмәй. Шуға ла, уңмаған юлды ҡыумайыҡ, тип магазинды ябырға ҡарар итәләр. Һуңынан тормош иптәшен өй һалырға күндерә ҡатын кеше. “Әйҙә, фатирҙы һатабыҙ аҙ өй һалабыҙ”, – ти ул. Был хәлгә барыһы ла аптырап ҡарай. “Һин нимә, өй һалыуы анһат тип уйлайһыңмы әллә”, – тип ҡаршы сығыусылар ҙа була. Тик Миләүшә ныҡ тора “Башҡалар төҙөй ҙә һуң, беҙ кемдә кәм?!” – тип, Альбертты был эшкә тамам дәртләндерә. Һәм улар фатирҙарын һатып, Князево ауылында ер алып, ике ай эсендә йорт төҙөп инәләр. Үҙ йортоңда йәшәүҙең ни тиклем яҡшы икәнлеген шунда аңлай йәштәр. Был өйҙә бер нисә йыл йәшәгәндән һуң иренән йәнә яңы өй һалдыртмаҡсы булып китә Миләүшә. Был юлы ла яҡындары аптырашта ҡала. “Яңы ғына йорт һалып индегеҙ түгелме, ниндәй яңы өй ти тағы”, – тиҙәр. Әммә Миләүшә алдына алғанды үтәмәй торған кеше түгел. Тормош иптәшен был юлы ла йорттарын һатып, яңы өй төҙөргә күнедерә. Һуңынан шуны аңлап ҡалалар: өйҙәрен һатып, яңыһын төҙөгәндән һуң ҡулдарында байтаҡ ҡына аҡса ҡала бит. Һәм Альберт артабан ошо йүнәлештә эшләргә ҡарар итә. Тормош иптәшен ниндәйен ҙур эшкә илһамландырған Миләүшәгә афарин тиергә генә ҡала. Ундағы тәүәкәллек менән Альберттағы егәрлелек бергә ҡушылғас һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәгән. Улар уңышлы ғына бизнес ойоштороп ташлаған. Ысын ҡатын-ҡыҙҙың бурысы ир-атты бөйөклөктәргә илһамландырыу тигәндәренә асыҡ миҫал был.
“Блогер булырға теләмәнем дә”
Миләүшәнең нисек блогер булып киетеүе хаҡында ҡыҙыҡһынам. Ә ул иһә һис тә аптырмай ғына: “Беләһегеҙме, үҙемде блогер тип иҫәпләмәйем, инстаграмдаың нескәлектәрен дә белеп бөтмәйем. Минең ихтыярымдан тыш үҙенән-үҙе килеп сыҡты ул”, – ти.
Баҡһаң, башта йор һүҙле киң күңелле Миләүшә ватцапта үҙенең туғандары өсөн көн дә нимәләр менән мәшғүл булыуы хаҡында видеолар төшөрөп һалыр булған. Һуңынан бер туған ҡустыһы Рәмил уны инстаграмда ла сәхифә асырға дәртләндергән. Һәм ул фәҡәт туғандары өсөн генә бик шәхси видеолар төшөрөп һалып барған. Әммә бер мәлде үҙенән-үҙе яҙылыусыларының күбәйеүенә иғтибар итеп, аптырашта ҡалған. Баҡһаң, “Серле­­­ ­102” уның ҡайһы бер виделарын үҙенең битләүенә алып ҡуйған икән. Шунан башланған да инде Миләүшәнең инстадонъялағы билдәлеге. Шуға ла “Серле 102”- гә рәхмәтле ул. Унан күп нәмәләргә өйрәндем, ти.
“Туғандарым өсөн генә тип алып барған блогым тотош инстадонъянға таралыр тип уйлап та бирмәнем. Белһәм исмаһам, итәғәтлерәк ҡыланыр инем. Минең: “Һаумһығыҙ иптәштәр – тауыҡ баштар”, тип сәләмләүем туғандарым өсөн ғәҙәти хәл булһа, яте-ят кешелә әллә ниндәй тойғолар уятыуы бар. Эйе, бер мәлде хәтәр итеп тәнҡитләй ҙә, мине әҙәпһеҙлектә ғәйепләй ҙә башланылар. Мин ни, ундайға өйрәнмәгәс, башта аптырап ҡалдым. Әммә хәҙер бирешеп тормайым. Ҡыҫҡаһы, тәнҡитләүселәр ҙә, дртләндереүселәр ҙә күп” , – ти ул.
Әлбиттә, һорау булғас, кешегә оҡшағас, был эшкә дәртләнеберәк, сәмләнеберәк тотона Миләүшә. Хәҙер инде туғандарына тип кенә түгел барыһы өсөн дә видеолар төшөрөп, кешегә позитив өләшеп ҡыуана. Әммә атай-әсәйҙәргә уның сәхифәһәненә балаларына инергә рөхсәт итмәүҙәрен һорай.
“Эйе, әйтеп үтеүемсә, ыңғай фекерҙәр ҙә күп, тегеһенә-быныһына бәйләнеп, йомортҡанан йөй эҙләп тә маташалар. Ә мин берәүгә лә үпкә һаҡламайым. Кемдәргәлер рәхмәт һүҙҙәре лә әйтәм. Тормошта күпме кеше бар – шунса фекер. Минең төп фәлсәфәм шул – был донъяла һәр кем үҙе булып йәшәргә, булмышынан тартынмаҫҡа тейеш. Эт өрөр, бүре йөрөр, тиҙәр бит. Мин дә, нисек кенә тәнҡитләһәләр ҙә, үҙем булып ҡалам инде. Сөнки тәбиғәтем менән шундаймын: яһалмалыҡ та, алдашыу ҙа, кемгәлер оҡшарға тырышыу ҙа хас түгел. Йәнә үҙемде ифрат яратам һәм нисек бармын шулай ҡабул итә беләм. Әйткәндәй, минең сәхнә йондоҙҙарын ҡабатлап төшөргән видеоларҙы ла күрәгәнегеҙ барҙыр. Эйе, төрлө сүрәттә сығам. Оялып тормайым. Тәбиғәт биргән буй-һынымдан тартынмайым. Бәлки, килешеп бөтмәгән урындары ла барҙыр. Әммә бәғзе бер кешеләрҙең фекерҙәре менән килешә алмайым. Әйтәйек, һомғол буйлы ҡыҙ кеше тәнен һығып торған кейемдә бейей икән – матур тиҙәр. Ә бына минең ише фигураға эйә булғандар шундай уҡ кемдә сығыш яһаһа йәмһеҙ тиҙәр. Хатта тотош милләте оятҡа ҡалдыраһың, тип тә яҙалар. Ә ни өсөн шулай һуң? Һомғол кешегә халыҡ алдына ниндәй сүрәттә сығып баҫһа ла ярай, минең кеүектәргә ярамай килеп сығамы ни?! Бер уйлаһаң, ахмаҡлыҡ та инде. Шундай сикләүҙәрҙә ҡотолорға кәрәктер тип уйлайым мин, – ти Миләүшә.
“Маҡсатым – аҡса эшләү түгел...
– Һине инстаграмда аҡса эшләү мәсьәләһе ҡыҙыҡһындмаймы ни? – тим.
– Реклама биреүселәр йыш мөрәжәғәт итә. Әммә мин уларҙың тәҡдименән баш тартам. Үҙе өҫтөмә ундай ҙур яуаплылыҡ алғым килмәй, йүнләп белмәгән тауарҙы нисек маҡтап улытыра алам инде?! Инстарграм минең хобби ғына. Аҡса өсөн эшләмәйем, – ти ул.
Уның аҡса эшләүҙән баш тартыуын күп блогерҙар һис аңламай икән. Ә бит нигеҙҙә барыһы ла тиерлек тик ана шул кәсеп итеүҙең төрлө ысулын эҙләп, махсус рәүештә инстаграмдың нескәлектәрен өйрәнә.
Уның ҡарауы, хәҙер иһә Миләүшәнең яҙылыусылары ун биш меңгә еткән. Һәм ул быны үҙе теләмәгән дә. Ихласлығы, үҙе булып ҡала алыуы халыҡты арбай, кеше уның сәхифәһенә инеп үҙенә позитив энегия ала икән, Миләүшә лә һис ауырлыҡ һалмай башҡарған ғәҙәтенән кинәнес таба. Бары шул ғына. Һәм был йәһәттән дә уға һоҡланмау мөмкин түгел. Эйе, бәлки, шундай мәл килер, Миләүшәнең дә инстграмда аҡса теләге уяныр. Һәм быға ла ул бик етди ҡарар, йөрәген, күңелен, һалыр. Ә хәҙер ул яйлап төрлө вайндар төшөрөүгә күсә башланы. Ә кеше, ысынлап та, нимә теләй, шуны күрә. Ҡыҫҡаһы, Миләүшә бирешмәй. Инстадонъяла гламур булмаған башҡорт ҡыҙының гламур булмаған тормошон һис ниндәй тарытыныуһыҙ, ауырлыҡһыҙ, ҙур кинәнес менән сағылдырып бара.
Берәүҙәр уның маҡсаты ни ҙә һуң тип һорар. Әммә: “Һәр нәмәнең мотлаҡ маҡсаты, идеяһы булыуы мөһимдер тип уйламайым. Инстаграмда бына нәҡ минеке кеүек сәхифәгә лә урын булырға тейештер бит”, – ти билдәле бер ҡалыптар менән йәшәргә күнекмәгән Миләүшә. Һәм уның һис ниндәй комплекстарһыҙ йәшәй белеүе, әллә күпме кешегә ыңғай кисерештәр бүләк итеүе тәбиғилектең бер өлгөһө ул...
Әйткәндәй, хәҙер Миләүшәне урамда ла, супермаркеттарҙа таныйҙар икән. Уға инстадонъяла ла, реаль тормошта ла һәр саҡ шундай ысын кеше булып ҡалыуын теләйек. Гламур булмаған башҡорт ҡыҙының гламур булмаған йәшәйеше артабан да башҡаларға көс-дәрт бирһен, тормошто, үҙеңде яратырға әйҙәһен.
Шулай итеп ярты көнөм Миләүшә менән аралашып үтте. Һәм мин бөйөкөйөклөктөң ябайлыҡта икәненә, кешегә был тормошта гламур булыу ҙа, кемгәлер оҡшарға тырышыу ҙа кәрәк түгеллегеннә тағы ла бер тапҡыр инандым. Әҙәм балаһына мотлаҡ әллә ниндәй ҙур миссиялар, тәғәйенләнештәр тураһында баш ватырға ла, тормошто ҡатмарлаштырырға ла кәрәкмәй икән, баҡһаң. Бар хикмәт үҙең була белеүҙә...
Гөлшат Ҡаһарманова.
Читайте нас: