Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 20:15

Мәйетханала йыйыштырыусының ҡулынан тота

Табиптар күҙ йоморға маташһа ла, енәйәт фашлана

Курск өлкәһендә йәшәгән 81 йәшлек Зинаида Кононованы баҡыйлыҡҡа күсеүе тураһында яҡындарына ул ятҡан дауахананан төнгө ун икеләрҙә шылтыратып хәбәр итәләр. Икенсе көнөнә иһә уның иҫән икәнлеге асыҡлана...
Хәл былай була. Кисен өлкән йәштәге ҡатынды операция өҫтәлендә йән биргән тип уйлайҙар һәм кәүҙәһен мәйетханаға һалалар. Иртәнге һигеҙҙәр тирәһендә теге донъяны “урап ҡайтырға” өлгөргән пациент аңына килә һәм янында йөрөгән йыйыштырыусының ҡулынан тота. Әлбиттә, был ваҡиғаны урындағы табиптар күҙ йоморға маташһа ла, енәйәт фашлана. Пациент икенсе дауаханаға оҙатылып, яңынан операция эшләнә.
Читайте нас: