Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 21:35

Республика Башлығы Ҡуштауҙы яҡлаусылар менән осрашты.

Ҡуштау. Артабан ни булыр?

Бөгөн Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров Ҡуштауҙы яҡлаусылар менән осрашты. Осрашыу ваҡытында төбәк етәксеһе алда торған эштәр тураһында ҡарар кәмендә ике аҙнанан, 4 сентябргә тиклем ҡабул ителергә тейеш, тип белдерҙе.
Бындай ваҡытты Радий Хәбиров координацион совет ойоштороу һәм кәрәкле консультациялар үткәреүгә бирҙе. Әгәр ошо ваҡыт эсендә ҡарар ҡабул ителмәһә һәм компромисс табылмаһа, шихан махсус һаҡланыусы биләмә статусын аласаҡ, тине ул. “Ике аҙна ваҡыт бирәм. Әгәр ҡарар табылмаһа, тауға махсус һаҡланыусы биләмтә статусын биреү өсөн документтарҙы ебәрәсәкмен. Минең аңлауымса, Ҡуштауҙың эше шуның менән тамам, уны эшкәртеү мөмкин түгел”, - тине Радий Фәрит улы.
Читайте нас: