Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Август 2020, 00:15

АҠШ-та яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлә

“Комсомольская правда” гәзитенең сайтында хәбәр ителеүенсә, автоһәләкәткә осраған егет Стәрлетамаҡтан Артур Әхмәтов була.

Һөйгәне (Белоруссиянан килгән) менән бер йыл элек АҠШ-ҡа студенттар алмашыныу программаһы менән уҡырға баралар. Быйыл сит илдә бөтөнләйгә тороп ҡалырға, ғаилә ҡорорға ҡарар итәләр. 19 август иһә Луизиана штатында һәләкәткә осрайҙар.
Йәштәрҙең яҡындары кәүҙәләрен тыуған яҡтарына алып ҡайтып ерләргә теләйҙәр. Әммә пандемия ваҡытында 15 мең доллар самаһына барып баҫа, тиҙәр. Тейешле документтарҙы әҙерләү өсөн дә кәмендә бер ай самаһы ваҡыт кәрәк икән.
Яҡташыбыҙҙың яҡындарына был сетерекле хәлдән сығырға матди ярҙам күрһәтергә теләүселәргә 89659219401 номерына бәйле банк картаһына Артур исемен яҙып теләгән сумманы ебәрергә мөмкин.
Читайте нас: