Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Август 2020, 21:35

Ашау бушлай!

Аҙыҡ-түлек сеймалы һәм тауарҙары, әҙер ашамлыҡтар даими контролдә тотола.

Ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә 2023 йылға тиклем илдәге бөтә мәктәптәрҙә башланғыс класс уҡыусыларын бушлай туҡланыу менән тәьмин итеү бурысы ҡуйғайны.
Яңы уҡыу йылынан алып Башҡортостандың 1934 мәктәбендә лә был эште башларға әҙерҙәр. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев белдерҙе.
Башҡортостан Башлығы тәҡдиме менән башланып киткән был проект финанслашыу шарттарында тормошҡа ашырыла. Өс йыл дауамында республикаға 4,55 миллиард һум күләмендә бюджетлы субсидия бүләсәктәр, уның 778,1 миллион һумы – быйыл. Мәктәптәрҙе әҙерләү өсөн тәғәйенләнгән 165 миллион һум аҙыҡ-түлек блоктарын ремонтлау, уларҙы йыһазландырыу һәм һауыт-һаба алыу өсөн йүнәлтелә. Тағы 52,4 миллион һум аҙ комплектлы мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороу өсөн бүленгән, бында элек ташламаға хоҡуғы булған балалар аҙыҡ-түлек йыйылмаһы алған.
Алексей Гусев белдереүенсә, улар тауар менән тәьмин итеү системаһын яйға һалған, быға, Ауыл хужалығы министрлығы программаларына ярашлы, урындағы етештереүселәр ҙә йәлеп ителгән. Ошо сәбәпле мәктәп туҡланыуында урында етештерелгән тауарҙар өлөшө артҡан. Ит буйынса күрһәткестәр генә килгәндә лә, улар былтырғы 6,6 проценттан 77 процентҡа тиклем күтәрелгән.
Аҙыҡ-түлек сеймалы һәм тауарҙары, әҙер ашамлыҡтар даими контролдә тотола. Дәүләт комитеты ҡарамағында лаборатория бар, бында даими рәүештә өлгөләр алына һәм йылына алты мең самаһы ашамлыҡ тикшерелә.
Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең контроль идаралығына мәктәптә туҡланыу эшен анализларға ҡушты. Быны айырыуса уҡыу йылы башланыр алдынан ныҡлап өйрәнергә кәрәк.
– Башҡортостан федераль ярҙам да аласаҡ, беҙ быға өлгәшә алдыҡ. Урындағы тауар етештереүселәргә ярҙам буласаҡ. Яңы проекттың нисек эшләй башларын бик иғтибар менән тикшерергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Тик социаль туҡланыу мәктәптәрҙә генә түгел. Киләһе этапта уның медицина учреждениеларында нисек ойошторолоуы тураһында анығыраҡ белергә кәрәк.

Читайте нас: