Шоңҡар
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Август 2020, 21:45

“Башҡортостан сода компанияһы" ҡурҡытмаҡсы була

Уның әйтеүенсә, компанияның Ҡуштау урынына башҡа альтернативаһы ла, был турала фекерҙәре лә юҡ.

“Башҡортостан сода компанияһы” шантаж менән сығыш яһай башланы. Улар етештереү күләмен ҡыҫҡартырға, кешеләрҙе эштән ҡыуырға һәм быйылға Хөкүмәттең социаль маҡсатлы программалар фондына 600 миллион һум аҡсаны түләп еткермәҫкә йыйына. Был турала компанияның етәкселегендәге сығанаҡ “РБК”ға биргән интервьюһында белдергән.
Уның әйтеүенсә, компанияның Ҡуштау урынына башҡа альтернативаһы ла, был турала фекерҙәре лә юҡ.
"Беҙҙең ике йыллыҡ сеймалыбыҙ ҡалды тигән позицияла торабыҙ. Шуға күрә инвестиция программаһын ҡыҫҡартабыҙ. Етештереү күләмен кәметергә мәжбүрбеҙ, был һөҙөмтәлә персонал һанын ҡыҫҡартыуға килтерәсәк", - тигән ул.
Шулай уҡ быйыл Башҡортостандың социаль йүнәлешенә тигән түләүҙәре лә күпкә кәмер тигән фекер әйткән: “Сеймал компанияһы” акционерҙар йәмғиәте тарафынан Социаль маҡсатлы программалар фондына йылына 700 миллион һум түләнә ине, быйыл 100 миллион һумы ғына түләнде, 600 миллионы ҡалды. Тик был Ҡуштау буйынса эштең өлөшө булғанға күрә, директорҙар советы өҫтәмә түләүҙәр буйынса ҡарарҙы раҫламаны, һәм, моғайын, улар булмаҫ".
Башҡортостандың сәнәғәт министры Александр Шельдяев фекеренсә, компанияның был һүҙҙәре республика етәксеһенең Ҡуштау буйынса ҡарарына яуап итеп, Хөкүмәтте шантажлауына оҡшаған.
– Беҙҙең ҡарашҡа, был Хөкүмәтте ҡурҡытырға маташыу һәм компания етәкселегенең яуапһыҙ аҙымы. Республика “БСК”ның сеймал проблемаһын хәл итә ала һәм быны нисек эшләргә икәнлеген беләбеҙ - беҙҙә альтернатив сеймал сығанаҡтары бар. Шуға күрә компанияның топ-менеджментына үҙенә килергә һәм беҙгә янауҙарын туҡтатырға тәҡдим итәбеҙ. Беҙҙең ҡарашҡа, компания һөҙөмтәлерәк эшләй ала, һәм ҡыҫҡартыуҙарҙан ҡасырға мөмкин. Ә акционерҙарҙың ни бары килемдәре менән уртаҡлашҡыһы килмәй. Беҙ “БСК”ның сығымдарын анализланыҡ һәм профилгә тура килмәгәндәрен асыҡланыҡ. Мәҫәлән, Мәскәүҙәге ҡуртымға алынған “Башхим” офисы өсөн генә компания йылына 1,5 миллиард һум аҡса түләй, – тине министр.

Читайте нас в