Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2020, 02:03

“Ал яулыҡлы тирәккәйем” сәхнәләштерелә

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы Сыңғыҙ Айытматовтың “Ал яулыҡлы тирәккәйем” (“Тополек мой в красной косынке”) повесы буйынса спектакль әҙерләй. Инценировка авторы – Әнгизә Ишбулдина, ҡуйыусы режиссер – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов, балетмейстер– Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Рәмизә Мөхәмәтшина.Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән ғәҙәти мөхәббәт тарихына тәрән фәлсәфә, ҙур мәғәнә һалып ижад ителгән әҫәр тамашасыны үҙенең тормошсанлығы менән йәлеп итер. Төп ролдәрҙә йәш актриса Дания Ғөбәйҙуллина, Вадим Ҡылысов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлшат Ғайсина, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Илгиз Таһиров."Спектаклдең премьераһы тамашасыларға театр үҙҡурсаланыу мәленән сыҡҡас күрһәтеләсәк," - тип хәбәр итте Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының әҙәбиәт бүлеге мөхәррире Рәзилә Ырыҫҡужина.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы Сыңғыҙ Айытматовтың “Ал яулыҡлы тирәккәйем” (“Тополек мой в красной косынке”) повесы буйынса спектакль әҙерләй. Инценировка авторы – Әнгизә Ишбулдина, ҡуйыусы режиссер – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов, балетмейстер– Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Рәмизә Мөхәмәтшина.
Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән ғәҙәти мөхәббәт тарихына тәрән фәлсәфә, ҙур мәғәнә һалып ижад ителгән әҫәр тамашасыны үҙенең тормошсанлығы менән йәлеп итер. Төп ролдәрҙә йәш актриса Дания Ғөбәйҙуллина, Вадим Ҡылысов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлшат Ғайсина, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Илгиз Таһиров.
"Спектаклдең премьераһы тамашасыларға театр үҙҡурсаланыу мәленән сыҡҡас күрһәтеләсәк," - тип хәбәр итте Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының әҙәбиәт бүлеге мөхәррире Рәзилә Ырыҫҡужина.
Читайте нас: