Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2020, 23:20

Ҡуштау, Ҡаран, Ғүмәр...

Артабан “Сода” Ҡаран ятҡылығын тикшереү өсөн лицензия ала, бер нисә скважина яһап, өлгөләр алған була. Тик был урын да уларға оҡшамай, ә профилле үҙәк институт ҡарары буйынса сеймал яраҡлы тип табыла.

Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Ҡуштау шиханының экологик проблемаһына бәйле матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Унда республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов, Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Рәсих Хәмитов, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө биология институты директоры Василий Мартыненко һәм башҡалар ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе, күп йылдар геология хеҙмәте етәксеһе булып эшләгән Рәсих Хәмитов белдереүенсә, “Башҡортостан сода компанияһы”на уларға тура килгән бик күп ятҡылыҡ тәҡдим ителгән, тик предприятие етәкселегенә береһе лә оҡшамаған.
Рәсих Хәмитов 27 йыл дауамында “Сода”ны сеймал менән тәьмин итеү мәсьәләһе менән шөғөлләнгән. Һәм ошоға тиклем бер ҡасан да йә шихандар, йә предприятие тигән һорау тормаған. Был мәсьәлә һуңғараҡ “БСК” етәкселеге тарафынан барлыҡҡа килгән. Хөкүмәт иһә һәр ваҡыт предприятие эшләргә тейеш тигән ҡарарҙа.
Шул уҡ ваҡытта предприятиены 70 йыл дауамында сеймал менән тәьмин иткән Шахтауҙың запастары әле бөтмәгән.
– 1994 йылда Геология дәүләт комитеты республика иҫәбенә Шахтауҙың аҫҡы өлөшөн тикшереү буйынса йөкләмә алды һәм 127 метр тәрәнлекте тикшерҙе. Разведкалау эштәре 2002 йылға тиклем барҙы һәм шул асыҡланды: унда тағы 200 миллион тонналыҡ сеймал бар. Тауҙың өҫкө яғы ла шул тиклем үкте биргәйне. Беҙ "БСК"ны оҙаҡ йылдарға запас менән тәьмин иттек тип уйлағайныҡ. Тик, күрәһегеҙ бит, ҡалай килеп сыҡты. Компанияға яңы етәкселек килеү менән башланды: бының сығымдары ҙур, һыуҙы сығарыр кәрәк, беҙгә икенсе ятҡылыҡ тәҡдим итегеҙ һәм башҡалар. Һәм ул яңы урын заводтан 150 километрҙан алыҫ булырға тейеш түгел тигән талап та ҡуйҙылар. Ә бит закон буйынса предприятие үҙе сеймал табырға, аукциондарҙа ҡатнашырға, үҙаллы разведка үткәрергә тейеш, – ти Рәсих Хәмитов.
Белгестәр әйтеүенсә, 2006 - 2008 йылдарҙа яңы ятҡылыҡтар тикшерелгән. Ул саҡта Алатау тауында, Ғафури районының Сәйетбаба ауылы янында Ҡаран ятҡылығы, Ишембай районында Ғүмәр ятҡылығы һәм башҡалар табылған. Рәсих Хәмитов шунда уҡ Ғүмәр ятҡылығының Ғүмәр тарлауығынан йыраҡ урынлашыуы һәм эшкәртелгән осраҡта тәбиғәткә зыян килтермәүе тураһында әйтте. Карьер был урынға теймәҫ ине. Яҡынса баһалар буйынса, Ғүмәр ятҡылығы цемент етештереү өсөн ҡулай, тик технологиялар файҙаланғанда, уны сода өсөн дә ҡулланып булыр ине. Бында 170 миллион тонна самаһы сеймал бар тип иҫәпләнә.
Артабан “Сода” Ҡаран ятҡылығын тикшереү өсөн лицензия ала, бер нисә скважина яһап, өлгөләр алған була. Тик был урын да уларға оҡшамай, ә профилле үҙәк институт ҡарары буйынса сеймал яраҡлы тип табыла.
– Әммә компания ситтән ғалимдарҙы йәлеп итә, һәм улар был ятҡылыҡтың да яраҡһыҙ икәнлеген дәлилләй. Шулай итеп, улар Хөкүмәттәгеләрҙе аптырауға һала. Ҡаран ятҡылығынан баш тарталар, ә Ғүмәрҙекенә бөтөнләй инеп тә тормайҙар, – ти кәңәшсе.
Геология дәүләт комитеты уларға Худолаз ятҡылығын да тәҡдим итеп ҡарай, унан да баш тарталар. Әле бында икенсе заводтар эшләй, ә көнсығыш яғы тейелмәгән, унда 120 миллион тонна самаһы сеймал бар. Рәсих Хәмитов республиканың башҡа райондарында булған ятҡылыҡтарҙы ла һанап сыҡты. Мәҫәлән, Учалы, Әбйәлил райондарында сеймал етерлек.
– Ҡыҫҡаһы, "БСК" өсөн варианттар бик күп булды. Компанияның менеджменты әллә ҡасандан иҫәпләүҙәр башлай, анализ эшләй һәм Хөкүмәткә тәҡдимдәр әҙерләй ала ине. Тик улар тарафынан бер нәмә лә эшләнмәне, – тине кәңәшсе.
Шул уҡ ваҡытта компанияның икенсе ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү, инфраструктура булдырыу өсөн аҡсаһы артығы менән етә ине. Тик улар Ҡуштауҙан башҡа урынды күргеһе килмәне.
Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов белдереүенсә, ведомство Ҡуштауҙа айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе булдырыу өсөн документтар әҙерләгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был тәҡдим менән хатты илдең Тәбиғәтте һаҡлау министрлығына 22 августа ебәргәйне. Федераль ведомствола был идея яҡлау тапҡан, уны тормошҡа ашырыу йәһәтенән ярҙам буласаҡ.
Асыҡланыуынса, Торатау бындай статусты 1965 йылда, ә Йөрәктау 1985 йылда уҡ алған.
– Ҡуштауға статус биреү мәсьәләһе 2005 йылда күтәрелгәйне. Тик урында йәшәгән кешеләр ҡаршы сыҡты, сөнки һаҡланған биләмәлә хужалыҡ эштәре алып барыу тыйыла ине. Ул саҡта Ҡуштауҙы эшкәртеү тураһында һүҙ ҙә булманы. Ни бары кешеләр бесән сабыу йәки мал көтөүҙе тыйырҙар тип ҡурҡты. Һәм мөмкинлек ҡулдан ысҡындырылды. Хәҙер быға барыһы ла башҡаса ҡарай, - тине Василий Мартыненко.
Читайте нас: