Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Август 2020, 10:35

19 сентябрҙә ...

Был көндә нимә буласаҡ?

Сентябрҙә “Йәшел Рәсәй” бөтә Рәсәй экологик өмәһен үткәреү күҙаллана. Унда илебеҙҙең 85 төбәге ҡатнаша.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған акцияла фронтта һәләк булғандар иҫтәлегенә ағас ултыртыу планлаштырыла. Башҡортостанда акция 19 сентябргә тәғәйенләнде.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының бүлек начальнигы Ринат Фәтҡуллин әйтеүенсә, был дата осраҡлы һайланмаған, тап 19 сентярҙә бөтә донъяла “Бөтә донъя таҙалыҡ көнө” (#СДЕЛАЕМВСЕ) уҙғарыла.
Мәғлүм булыуынса, был социаль программа сүп-сарға ҡаршы көрәшкә йүнәлтелә. Был сара Рәсәй президенты тарафынан ҡабул ителгән “Экология” милли проекты прграммаһына ярашлы үткәрелә
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекы
Читайте нас: