Эшегеҙҙе еренә еткереп, үҙ ваҡытында башҡарығыҙ. Башлағас, матурлап тамамларға тырышығыҙ.
Бер сәғәт эсендә бер нисә эшкә тотонмағыҙ. Былай итеү уларҙың бәғзеһенән мәхрүм ҡалыуға сәбәп була.
Бөгөн тамамлау мөмкинлеге бар эште иртәгәгә ҡалдырмағыҙ.
Эште ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамлауға түгел, ә уны хуш күңел менән таҙа, тәртипле башҡарыуғаиғтибар итегеҙ. Ваҡыт бушҡа үтмәһен, аҙаҡ үкендермәһен.
Яҡшы башланған эштең аҙағы ла ҡыуандырыр.
Эште кеше күреп маҡтаһын өсөн түгел, ә файҙаһы булһын өсөн тип башҡарығыҙ.
Мөмкинлегегеҙҙе артыҡ баһалап, көсәнмәгеҙ. Был ауырыуға сәбәп була. Эшләгеҙ һәм файҙа өмөт итегеҙ. Хеҙмәтегеҙ ялҡытмаһын, тик шатлыҡ килтерһен. Бындай эш ни ҡәҙәр ауыр булһа ла, еңел күренә.
Һөнәрегеҙҙе көндән-көн арттырығыҙ. Бөгөнгөһө менән риза булыу, түбән ҡалыуҙан һаҡланмау – һиммәтһеҙ кешеләрҙең ғәҙәтелер.
Ризаитдин Фәхретдиновтың нәсихәттәренән.