Милли проект сиктәрендә төҙөлгән Ҡыйғы районының Йыланлы ауылы халҡы яңы мәҙәниәт йортона аяҡ баҫып ҡыуанды. Шулай уҡ, бер ҡыйыҡ эсендә моделле китапхана, фотогалерея, музей ҙа бар. Ауыл клубы хеҙмәткәрҙәренә гастролдәргә йөрөргә яңы автобус та бирелгән.