Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Август 2020, 19:00

Яңы күперҙең оҙонлоғо 680 метр

Өфөгә тағы нисә күпер кәрәк?

Бөгөн Өфөлә Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге күпер төҙөлөшө яңы этапҡа күсте. Унда йыйылған тороҡ конструкцияларын әҙерләнгән таяуҙарға яҡынлаштыра башланылар. Эшкә стартты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бирҙе.
“Уралмостострой” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Павел Рабухин әйтеүенсә, 1,5 тонналыҡ металл тороҡ конструкцияларын Кооператив яланы биләмәһендә йыялар, аҙаҡ ҡеүәтле домкраттар ярҙамында урынына ҡуясаҡтар. тәшкил итә, металл конструкциялар ауырлығы - алты мең тонна. Таяуҙар нигеҙенә 18 мең кубометр бетон һалынған. Проекттың хаҡы – 3,5 миллиард һумдан ашыу. Эштәрҙе киләһе йылдың ноябренә тамамларға ниәтләйҙәр.
"Яңы күперҙә бөгөн атҡарылған эш этабы бик мөһим, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Өфөлә күперҙәр буйынса айырым хәл: ҡала ярымутрауҙа ултыра, һәм беҙгә кәм тигәндә тағы өс күпер – "Кузнецов Затоны"нда, Интернациональ урамы һәм Көнсығыш яҡтан сығыу йүнәлешендә - төҙөргә кәрәк. Затондағы һәм Шакшалағы күперҙәрҙе ремонтларға кәрәк. Ғөмүмән, пландар ҙур. Алға барасаҡбыҙ".
Читайте нас: