Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Август 2020, 14:55

Баҡсалағы иң мөһим эштәр

Ай дауамында ерҙең дымлылығын тикшереп тороғоҙ.

Яйлап ҡына мул август та тамамлана. Хуш еҫле алма, груша, сейә еҫтәренә алдатып көҙ ҙә ишек ҡаға. Быйылғы уңышығыҙ менән ҡәнәғәт ҡалдығыҙғы? Ҡышҡылыҡҡа витаминдар, йәй төҫөн әҙерләп өлгөрҙөгөҙмө? Баҡсаны ла көҙгә әҙерләй башларға кәрәк. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы агрономы Айһылыу Камалетдинова нимәгә иғтибар итергә икәнлеген һөйләй:
- Көҙгө алмаларҙы йыйырға ваҡыт. Уларҙы өлгөрөр алдынан бер 3 – 5 көн алда йыйһағыҙ, улар оҙағыраҡ һаҡлана. Ағастан емеште йыйғанда уның тышын әрсеп ҡуймағыҙ. Ә бына ҡойолған алмаларҙы ваҡытында йыйып, яндырыу хәйерлерәк, сөнки тап уларҙа алма күбәләге үрсей.
Ҡыуаҡтар ултыртырға булһағыҙ – әле тап мәле. Ҡарағат һәм крыжовникты ҡурҡмайынса күсереп ултыртырға була. Бының өсөн соҡор әҙерләп, унда берәр биҙрә торф сертемәһе һәм тиреҫ һалығыҙ. Үҫентеләрҙе бер аҙ ҡыяраҡ итеп ултыртып, баштарын бер аҙ киҫеп ултыртығыҙ. Ай дауамында ерҙең дымлылығын тикшереп тороғоҙ.
Ҡурай еләгенә лә ҡышҡылыҡҡа әҙерләнергә ваҡыт етте. Уны киҫеп, аҫтын таҙартып, быйыл уңыш биргән ботаҡтарын алырға кәрәк. Үҫентеләрен ултыртыу өсөн дә шәп мәл. Тик ҡара ҡарағат һәм сейәнән улар алыҫыраҡ булһын.
Читайте нас: