Шоңҡар
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Август 2020, 22:10

Диван таҙартабыҙ

Ҡайһы берҙәре һыуҙы яратмай...

Йомшаҡ йыһаздарҙы таҙарта башлағансы, иң элек уларҙың ниндәй туҡыманан булыуын белергә кәрәк. Сөнки уларҙың һәр береһе үҙенә айырым тәрбиә талап итә. Ошо үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алмағанда бына тигән йыһазды юҡҡа сығарыуың ихтимал.
Яһалма күн химия һәм ҡаты щетканы яратмай. Уны һабынлы һыуға манылған еүеш сепрәк менән һөртөп алыу ҙа етә. Таптарҙы бер үк күләмдәге нашатырь спирты һәм глицерин ҡатнашмаһы менән бөтөрөргә була.
Күн, велюрҙы еүеш сепрәк менән һөртәләр, таптарын спиртҡа манылған салфетка менән ышҡыйҙар.
Замш һәм нубукты еүешләргә ярамай. Уларҙы ҡоро ысул, әйтәйек, махсус күбек менән таҙарталар.
Флок спирт тейҙергәнде яратмай.
Винил туҡыманы таҙартыу өсөн теләһә ниндәй йыуыу сараһын ҡулланырға була.
Гобелен туҡымаға һыу тейҙерергә ярамай. Уны ҡоро ысул менән генә таҙарталар.
Аҡ йыһаздарҙы таҙартыу өсөн төҫлө губка ҡулланмағыҙ. Химик йыуыу сараларынан уның төҫө уңып, йыһазды бысратыуы ихтимал.
Читайте нас: