Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 19:50

“Автобустар уңайлы булырға тейеш”

Республика Башлығы тағы ниндәй теләк белдерҙе?

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башавтотранс” предприятиеһы филиалдарына яңы автобус асҡыстарын тапшырҙы.
Навигация системалары, кондиционерҙар менән тәьмин ителгән һәм заманса хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән “Вектор NEXT” урта класлы 50 машина Өфө буйлап иң мөһим маршруттарға сығасаҡ.
– Был автобустарҙы ҙур кинәнес менән “Башавтотранс”ҡа тапшырабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Улар Өфө пассажирҙарын хеҙмәтләндерәсәк. Белеүегеҙсә, әле хәл ябай түгел, ләкин беҙ предприятиеға ярҙам итергә, уны үҫтерергә, яңы автобустар һатып алырға ҡарар иттек. Йәмәғәт транспорты сифатлы, уңайлы булырға тейеш. “Башавтотранс” Рәсәйҙең иң яҡшы транспорт компанияһына әүерелһен. Ошоға ынтылайыҡ.
Республика Башлығы предприятие хеҙмәткәрҙәренә тырыш хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте һәм яңы уҡыу йылы алдынан ҡала маршруттарына өр-яңы машиналарҙы йылдамыраҡ сығарыуҙы үтенде.
Быйыл Башҡортостан йәмғеһе 1,3 миллиард һумлыҡ 245 автобус һатып алған. Былтыр республикала пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән төп компания автопаркы 478 автобус менән тулыланған. Тиҙҙән “Башавтотранс” йәнә 50 автобус аласаҡ.
Читайте нас: