Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 13:10

Cирләүселәр байтаҡ, ауыр хәлдәгеләр ҙә күп

Дискотекалар тыйыла!

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирусҡа бәйле сикләүҙәрҙең йәнә йомшартылыуы һәм икенсе этапҡа аяҡ баҫыуыбыҙ тураһында хәбәр итте.Билдәле булыуынса, иртәгәнән мәктәптәр һәм балалар баҡсалары эшләй башлаясаҡ. Был учреждениеларҙа санитар талаптар бик етди үтәлергә тейеш. Шулай уҡ иртәгәнән мунсалар һәм сауналар ҙа асыласаҡ. Балалар түңәрәктәре, секциялар, күңел асыу үҙәктәре лә эш башларға әҙер.
– Яҡын арала театр миҙгелен асыу буйынса тәҡдимдәр көтәм, – тине төбәк етәксеһе Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәренә.
Ә бына төнгө клубтар һәм дискотекалар әлегә асылмай. Төп талап – 50-нән ашыу кеше йыйылмау – әле һаман һаҡлана.
– Коронавирус буйынса ыңғай күрһәткестәр күҙәтелә. “Роспотребнадзор” ҡарары менән икенсе этапҡа күстек. Тимәк, яйлап ҡына был йәһәттән алға барабыҙ. Тик онотолорға ярамай, сир барыбер юҡҡа сыҡманы. Мин табиптар менән һөйләштем, сирләүселәр байтаҡ һәм ауыр хәлдәгеләрр күп, – тине Радий Хәбиров.
Юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға ошо көндәрҙә барлыҡ үҙгәрештәр ҙә индереләсәк.
31 авгусҡа 7795 кеше коронавирус инфекцияһын йоҡторған, һуңғы тәүлектә – 32 кеше. 68 кеше дауаханала, 800 кеше өйөндә дауалана. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, пандемия башынан ауырыған кешеләрҙең 88,5 проценты һауыҡҡан.

Читайте нас: