Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2020, 13:50

“Ғилем” һүҙен Ҡөрьәндә һикһән урында осратырға мөмкин

Уҡыған кеше һәр ваҡыт уйлана ла белә. Уйлана белеүҙәрҙе дин ғибәҙәткә тиңләй.

Әҙәм балаһына Аллаһ аҡыл биргән, аҡылға зәғифлек килтермәҫ өсөн уҡырға бойороп ҡына тора. Уҡыған кеше һәр ваҡыт уйлана ла белә. Уйлана белеүҙәрҙе дин ғибәҙәткә тиңләй.
Шуға ла хикмәтте ул ҡайҙан таба, шунан ала, алып ҡалырға тырыша: “Хикмәт ул – мосолмандың аҙашып йөрөгән бер һарығы, ҡайҙа ғына тотоп алһа ла, хужа булырға уның хаҡы бар”.
Ҡөрьән хөкөмдәрен онотмайыҡ: “Уҡы! – ти ул. – Бөтә булмыштарҙы яралтып бар иткән Аллаһ исеме менән уҡы. Бәндәне Ул ойошҡан ҡандан яралтып бар итте. Уҡы, Һинең Раббың бит Ул Миһырбан эйәһенең иң яҡшыһы. Ҡаурый ҡәләм менән Ул кешене үҙе белмәгәнде яҙырға өйрәтте” (“Ғаләҡ” сүрәһе, 1, 5-се аяттар).
“Ғилем” һүҙен Ҡөрьәндә һикһән урында осратырға мөмкин, “белергә”, “беләләр”, “белә”, “белгәндәр” тигән һүҙҙәр йөҙҙәрсә урында ҡулланыла. Аллаһы Тәғәлә бәндәгә ғалимдарҙың дәрәжәһе, уларҙың маҡтаулы урыны тураһында аңлатып ҡына тора: “Аллаһ, - ти, - иманлы бәндәләрен, ғилем бирелгәндәрҙе дәрәжәләрҙә бик юғары күрһәтә. Һеҙҙең нимә эшләгәндәрҙе Ул белеп тора” (“Әл-Мөжәдәлә” (“Бәхәс”) сүрәһе, 11-се аят).
Читайте нас: