Кисә, белем көнө айҡанлы, Рәсәй президенты В. Путин яңы уҡыу йылында тәүге онлайн асыҡ дәрес үткәрҙе. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналып, “Онотмағас, тимәк, беләһегеҙ” тип атала ине ул.
Йәш быуынды атай-олатайҙарының ҡаһарман батырлығын онотмайынса, улар менән ғорурланып, тыныс тормоштоң ҡәҙереп белеп, тырышып уҡырға саҡырҙы ил башлығы.