Милли проект сиктәрендә, йәйҙең һуңғы көнөндә Мәләүез районында урынлашҡан Нөгөш һыуһаҡлағысының һул яҡ яры сүп-сарҙан таҙартыла. 700 метр самаһы ерҙән 22 тоҡ көнкүреш ҡалдыҡтары йыйыла. Баҡһаң, тап ошонда яҡындағы Сергеевка ауылы халҡы һәм ситтән килеүселәр ял итергә, күңел асырға яраталар икән. Ә арттарынан йыйып, йыйыштырып китергә күптәре “оноталар”.