Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2020, 23:00

Анһат ҡына байыған да ул

Аҡсаны нисек эшләгән?

Арабыҙҙа анһат ҡына байырға теләгәндәр осрап тора. 27 йәшлек Өфө егете Н. “ЛИНИКО” йәмғиәтенең коммерция директоры булып эшләй. Ул интернетта сит ил машиналары һатыу хаҡында иғлан бирә һәм “Тайота Корола” автомобилен һатыу өсөн 21 кеше менән килешеү төҙөй. Алдан машинаның ярты хаҡын аванс рәүешендә алған сос егет аҡсаны үҙе рәхәтләнеп тотона. Анһат ҡына аҡса эшләү егеткә оҡшап китә, тәүҙә берәүҙән ала, унан икенсенән... Шулай итеп, бөтәһе 6 миллион һумды кеҫәһенә тыға.
Әммә тәртип һаҡсылары ла йоҡлап ятмай – тиҙҙән алдаҡсыны ҡулынан эләктерәләр. Ҡойроғона баҫҡас, егет ғәйебен тулыһынса таныған. Әлеге көндә енәйәт эше Өфө ҡалаһының Орджоникидзе район судына тапшырылған.
Читайте нас: