Благовар районы үҙәге Языков ауылында заманса мәҙәни-белем биреү үҙәге – яңы китапхана асылды. Быйыл райондың үҙәк китапханаһы модель китапханалары төҙөү буйынса федераль конкурс еңеүселәре иҫәбенә инде. Был еңеү иһә уға эшмәкәрлеген, китап фондын һәм китапхана биләмәһен яңыртыуға 15 миллион һум аҡса бүлеү мөмкинлеген бирҙе.
Капиталь төҙөкләндереү эштәрен башҡарып, яңыртҡандан һуң китапхана эсе тулыһынса үҙгәрҙе, уның заманса йөҙө барлыҡҡа килде. Мәҙәни усаҡ хәҙер компьютерҙар, юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Хәҙер бында фәнни һәм нәфис йөкмәткеле заманса Рәсәй мәғлүмәт сығанаҡтарына – Милли электрон, Президент китапханаларына һәм Әҙәби ресурсҡа (русса яңғырашы – ЛитРес, йәғни Литературный ресурс) инергә мөмкин. Һәр теләгән кеше бер түләүһеҙ ошо ғәйәт ҙур сығанаҡтар менән файҙалана ала.
Китапхана, тәү сиратта, уҡырға яратҡан кешегә китапты ҡулға тотоп уҡырлыҡ форсат биргән урын. Шуға ла фонд алты мең яңы китап менән тулыландырылды. Әҙәби китаптар араһында классик әҫәрҙәр ҙә, замандаш авторҙарҙыҡы ла бар. Шулай уҡ уҡыуҙа ҡулланылған һәм фәнни әҙәбиәт тә етерлек.
Беренсе ҡатта төрлө йәштәге балаларға тәғәйенләнгән бүлектәр урынлашҡан. Тәүгеһе – ултырыр өсөн уңайлы урындары, интерактив өҫтәле, ҡоро бассейны, өҫтәл уйындары булғаны – бәләкәйҙәр өсөн. Ә ҙурыраҡ йәштәге балаларға – телевизор һәм уйын приставкалары менән йыһазландырылған икенсе бүлек.
Китапхана шулай уҡ планшет, электрон китаптар менән тәьмин ителгән.
Икенсе ҡат өлкәндәргә тәғәйенләнгән. Ундағы төрлө зоналарҙа белем тупларға; ял ваҡытын мәҙәни сараларҙа ҡатнашып, файҙалы итеп үткәрергә; музыка менән шөғөлләнергә; ял итеп, яратҡан баҫмаңды йә китабыңды уҡып ултырырға мөмкин. Китапхана
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы яңыртылды.